Халыҡ район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов менән булған осрашыуҙарҙа йыш ҡына ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарының эшенә, биналарҙың торошо насар булыуына үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдерә. Быйыл ауыл мәҙәниәт усаҡтары биналарын яңыртыу буйынса ҙур эштәр башланған.
Түбәнге Ҡыйғы ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мәҙәни-ял усағының яңы бинаһы фундаменты һалына башлаған, ул 150 урынға иҫәпләнгән. Проект буйынса бер ҡыйыҡ аҫтында мәҙәниәт йортон, китапхананы, төрлө түңәрәктәр эшен һәм балалар өсөн уйын бүлмәләрен урынлаштырыу ҡаралған. Тамашасылар залы тауыш, яҡтылыҡ техникаһы һәм һәр төрлө кинолар, виртуаль концерт саралары һәм фильмдар күрһәтеү мөмкинлеге булған мультимедиа аппаратураһы менән йыһазландырыласаҡ. Бинаны файҙаланыуға индереү ауыл кешеләренә уңайлы тормош шарттары һәм тулы ҡиммәтле мәҙәни-ял һәм спорт шарттары тыуҙырасаҡ.
Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында Арыҫлан ауылында ауыл мәҙәниәт йорто бинаһының ҡыйығына капиталь ремонт башланған. Проектта ҡаралған ремонт эштәренә 330,4 мең һум аҡса талап ителә. “МагнитСтрой” ЯСЙ-һы подряд ойошмаһы аукционда еңеп сыҡҡан.
Шулай уҡ Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса Ҡолбаҡ ауылында ла ауыл клубы ремонтласаҡ.