Дәүләт Думаһы депутаттары полиция, эске хеҙмәт һәм юстиция хеҙмәткәрҙәре өсөн иң юғары йәште үҙгәртеүсе законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Полиция хеҙмәтендә эшләүҙең иң өлкән йәше майорҙар һәм подполковниктар өсөн – 50 йәштән 55 йәшкәсә, полковниктар өсөн – 55-тән 60-ҡаса, генерал-майорҙар һәм генерал-лейтенанттар өсөн 60-тан 65-кәсә арттырыла.
Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршылыҡ итеү буйынса комитет рәйесе В. Пискарев әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта яңы закон күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн билдәләнгән нормаларҙы үҙгәртмәй һәм теләүселәрҙең барыһы ла законда ҡаралған сроктарҙа пенсияға сыға ала.
Иң юғары йәшкә еткәндән һуң 5 йыл дауамында хеҙмәткәрҙәр, һуңғы аттестацияны ыңғай үткән һәм сәләмәтлек торошо буйынса талаптарға яуап биргән осраҡта, 1 йылға ғына түгел, 5 йылдан артмаған башҡа срокҡа яңы контракт төҙөү хоҡуғына эйә.
Шулай уҡ закон менән эске эштәр органдарында хеҙмәтте башлауҙың иң юғары йәше арттырыла: рядовойҙар һәм кесе етәкселек составы өсөн – 35 йәшкә тиклем, урта, өлкән һәм юғары етәкселек составы вазифалары өсөн – 40 йәшкә тиклем (хәҙер барлыҡ категориялар өсөн – 35 йәшкә тиклем).