Республиканың Дәүләт Йыйылышы «тахограф» төшөнсәһен нығытыу тураһында закон ҡабул итте. Документ шулай уҡ йөк һәм пассажир ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараларына тахографтар ҡуйыуҙың мотлаҡ талаптарын тасуирлай. Закон юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Тахограф бер туҡтауһыҙ транспорт сараһының тиҙлеген һәм маршрутын теркәй. Ул водителдең ҡасан туҡтауы һәм ял итеүе тураһында ла яҙа. Бар мәғлүмәт ныҡлап һаҡлана, уны төҙәтеп булмай.
“Тахограф” төшөнсәһенә бәйләнгән положениелар быйыл 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Законда яҙылғанса транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуына рөхсәт биреү тәртибе нормалары 4 августан эшләй башлаясаҡ.