М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында БДИ буйынса юғары балдарға эйә абитуриенттар өсөн махсус шарттар тыуҙырыла.
Бюджет нигеҙендә көндөҙгө бүлеккә инеүсе, юғары балға эйә студенттар өсөн яҡшы стипендия булдырылған. Ә коммерция нигеҙендә уҡырға инеүселәргә 50 процентҡа тиклем ташлама яһала. Был иң яҡшы сығарылыш уҡыусылары өсөн республикала юғары белем алыу шарттары тыуҙырыу маҡсатында эшләнә.
Юғары стипендия өс БДИ буйынса 250-нән күберәк бал йыйған, шулай уҡ имтихандарҙың береһендә 95 балдан күберәк алған абитуриенттар өсөн булдырылған. Бындай студенттарға махсус стипендия тәүге семестр дауамында ай һайын 10 мең һум күләмендә түләнә. “БДИ тапшырғанда айырым уңыштар күрһәтеүселәр өсөн юғары стипендия – уңышлы эшкә бер стимул булып тора,” – тип иҫәпләйҙәр БДПУ ректоратында.