Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 17:51

ЯПМА АҪТЫНДАҒЫ БЕСӘН ТӨРГӘКТӘРЕ – СИФАТ ГАРАНТИЯҺЫ

Район ауыл хужалығы предриятиеларында мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә. “Э.К. Камалова” КФХ-һында бесән әҙерләүҙе уңышлы алып баралар.

Район ауыл хужалығы предриятиеларында мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә. “Э.К. Камалова” КФХ-һында бесән әҙерләүҙе уңышлы алып баралар.
Хужалыҡта 27 баш мал иҫәпләнә. Механизаторҙарға 110 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр ҙә, шул иҫәптән 80 гектарҙа көнсығыш кәзә үләнен сабып алырға кәрәк. Бөгөнгө көнгә бар майҙандың 75 проценты сабылған. 80 тонна бесән әҙерләнгән, был талап ителгәндең 62 процентын тәшкил итә.
Мал аҙығы әҙерләүгә тәжрибәле механизаторҙар йәлеп ителгән. Үләндәрҙе КРН-2,1 роторлы сапҡысы беркетелгән МТЗ-82 тракторында Рәлиф Хәсәнов саба. Япмалар кибеүгә уларҙы Флүр Баймөхәмәтов төргәктәргә преслап тығыҙлай. Уға ПРФ-145 пресс-йыйғыслы МТЗ-80 тракторы тапшырылған. Үләнде ГБ-6 ян тырмалы Т-25 тракторында Фәнис Шафиҡов әйләндереп сыға.
Әҙер бесән төргәктәре үҙ ваҡытында яландан ташылып япма аҫтына өйөлә. “Кәзә үләне төргәктәре 250–300 килограмм тарта. Бесәндең, бигерәк тә кәзә үләненең сифатын, туҡлыҡлылығын юғалтмаҫ өсөн, асыҡ һауала ҡалдырырға ярамай,” – ти мал аҙығы әҙерләү эштәренә етәкселек итеүсе Юнир Камалов. Тейәү-бушатыу эштәрен МТЗ-82 тракторында Ришат Сәрүәров, ташыу эштәрен ГАЗ-53 автомобилендә Илфат Абдуллин башҡара.
Мал аҙығы әҙерләүселәргә баҫыу шарттарында ашнаҡсы Әлфинур Хәбибуллина ҡайнар аш әҙерләй. Бының өсөн хужалыҡта күсмә кухня-ашхана ҡоролған.


Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: