“Маяҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында икенсе смена тамамланды. Ул “Йәйғорҙан өҫтәрәк” исеме аҫтында “Ҡыйыуыраҡ! Татыуыраҡ! Оптимизм менән! Сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн” девизы менән үтте.
Икенсе сменала 97 бала ял итте. Тәүге көндән лагерҙа дуҫтарса татыу мөхит урынлашты. Кемдәрҙер – дуҫтары, кемдәрҙер класташтары менән килгәйне, күптәр бында яңы дуҫтар тапты. Бик күп күңелле саралар уҙғарылды, һәр көн ҡабатланмаҫлыҡ булды. “Стартинейжер”, “Сафари”, “Таланттар шоуы”, “Үҙидара көнө”, “Бизнес көнө” һәм башҡа саралар барыһына ла оҡшаны.
Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре “Маяҡ” лагерына килергә ваҡыт тапты. Ҡунаҡтар балалар менән футбол, шахмат, теннис уйнаны. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Бына лагерҙа өсөнсө смена башланды. Уның программаһы шулай уҡ һәр төрлө сараларға бай. Балаларға күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт ҡалмаясаҡ.