Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июль 2019, 12:08

ШОС ҺӘМ БРИКС ИЛДӘРЕНЕҢ БИШЕНСЕ ФОРУМЫ

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә 26–27 сентябрҙә Рәсәй субъекттарының һәм сит дәүләттәрҙең рәсми делегациялары ҡатнашлығында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Бишенсе кесе эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Форумдың төп маҡсаты – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәре араһында партнерлыҡты яйға һалыу, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм уртаҡ бизнес-проекттар һанын арттырыу иҫәбенә эшҡыуарлыҡтты йылдам үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
Ҙур форумдың ойоштороу комитетына 1 авгусҡа тиклем республика хөкүмәтенә форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын һәм сығымдар сметаһын әҙерләп, күрһәтергә ҡушылған.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы инвестицион сәйәсәт департаменты башлығы М. Арсланова әйтеүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәренең Өфөләге форумы – тәжрибә һәм тәҡдимдәр менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
“Беҙҙең илдә кесе һәм урта бизнесҡа өҫтөнлөк бирелә. Беҙҙең алда амбициоз бурыстар тора – 2024 йылға эшҡыуарлыҡ менән менән шөғөлләнеүсе рәсәйлеләр һанын 19 миллиондан 25 миллионға еткереү, шулай уҡ экспорт потенциалын һәм инвестицияларҙы арттырыу. Был йүнәлештә хәҙер бик ҙур эш алып барыла. Бөгөн булған ҡоралдар йыйылмаһы беҙгә максималь эффектҡа ирешергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ,” – тип белдерҙе ул дүртенсе форумда.
Читайте нас: