Башҡортостанда йәшәүселәр бар Рәсәй халҡы кеүек һунарҙа уҡ-һаҙаҡ һәм арбалетты алыҫҡа ырғытыусы һалҡын ҡорал йәһәтендә ҡуллана аласаҡ. Бының турала законды Дәүләт Думаһы ҡабул итте.
Закон авторҙары — депутаттар төркөмө белдереүенсә, уҡ-һаҙаҡ менән һунар итеү егерменән ашыу илдә рөхсәт ителгән. Рәсәйҙә иһә йөҙәрләгән мең граждан бындай ҡорал төрөнә эйә, тик улар уны спортта ғына ҡуллана ала. Парламентарийҙарҙың фекере буйынса уҡ-һаҙаҡты һунар ҡоралы итеп легалләштереү илдәге һунар индустрияһына үҫешенә һәм Рәсәйҙең һунар державаһы итеп танылыуына килтерәсәк
Граждандар бындай ҡоралды биш дананан артыҡ лицензияһыҙ һатып ала ала. Уны Рәсәй Милли гвардияһында теркәргә кәрәк буласаҡ. Ҡорал алыусының һунар билеты һәм һунар ҡоралын һаҡлау һәм йөрөтөүгә рөхсәт булыу шарт.
Законда уҡ-һаҙаҡҡа «составында көсөргәнеш хәлендә нығытыу механизмдары булмаған алыҫҡа ырғытыусы атыу ҡоралы» тигән аңлатма индерелгән. Шулай уҡ уның дуға көсө 27 килограмм-көс дәүмәленән артырға тейеш. Документта арбалет тураһында ла тасуирлана – уның көсө 43 кгс-тан артырға тейеш. Һунар итеү яйланмаһына «алыҫҡа ырғытыусы һунар уҡсы ҡоралы һәм уның алыҫҡа ырғытылған старядтары» ла итә.
Уҡ-һаҙаҡты һәм арбалетты үҙ-үҙеңде яҡлау маҡсатында алып йөрөү тыйыласаҡ. Закон рәсми рәүештә баҫылғандан алып 180 көндән үҙ көсөнә инәсәк.