Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 11:39

БАЛАЛАРҒА – ХӘҮЕФҺЕҘ ЮЛДАР

Балаларҙың юлдарҙа үҙ-үҙен тотошона бер кем дә битараф булмаҫҡа тейеш. Балалар травматизмы осраҡтарына һәр саҡ өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе.

Балаларҙың юлдарҙа үҙ-үҙен тотошона бер кем дә битараф булмаҫҡа тейеш. Балалар травматизмы осраҡтарына һәр саҡ өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе.
Йәйге каникул осоронда районда 4 аварияла 5 бала зыян күргән. Үкенескә ҡаршы, 1 бала һәләк булған.
Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе юлдарҙа һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡыра. Әгәр салонда бала булһа, махсус кресло йә иһә хәүефһеҙлек ҡайышын файҙаланыу мотлаҡ.
Ошо көндәрҙә Бөрө–Һатҡы юлының 240-сы километрында “Мицубисси Кольт” водителе машинаның юлдан сығып ағасҡа бәрелеүенә юл ҡуя. Һөҙөмтәлә ике пассажир, шул иҫәптән 9 йәшлек бала тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Юлдар буйлап йәйәү йөрөгән балалар айырым “хәүеф төркөмөн” тәшкил итә. Бәлиғ булмағандар йыш ҡына юлдағы шарттарҙы дөрөҫ баһалай алмай һәм үҙ ғүмерҙәрен хәүефкә дусар итә. Шуға ла юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы өлкәндәр уларға ҡарата иғтибарлы булырға тейеш.
Яҡтыртҡыс ҡайтарғыстарҙың файҙаһы тураһында онотмағыҙ. Улар юлдарҙа, айырыуса йонсоу көндә һәм ҡараңғы ваҡытта, балаларҙы алыҫтан шәйләргә ярҙам итә.
Ата-әсәләрҙең үҙ балаларына юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөү тураһында даими һөйләп тороуы мотлаҡ. Баланың юл аша нисек дөрөҫ сығырға кәрәклеген белеүе мөһим: туҡтап, тәүҙә һулға, һуңынан уңға, йәнә лә һулға ҡарарға, машиналарҙың юҡлығына ышанғас ҡына юл аша сығырға кәрәк.
Йәйге ваҡытта транспорт сараларына идара иткән, велосипедта йөрөгән үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың авария осраҡтарына тарыуы йышая. Мәҫәлән, күптән түгел Үрге Ҡыйғы ауылының Совет һәм Ибраһимов урамдары киҫешкән юл сатында 17 йәшлек велосипедсы ярҙамсы юлдан йәйәүлеләр юл аша сыға торған урынға үткәндә төп юлдан килеүсе тракторға бәрелә. Һөҙөмтәлә велосипедсы травмалар менән дауаханаға оҙатыла.
Ошоно онотмағыҙ: 14 йәшкә тиклемге балаларға автомобиль юлдары буйлап велосипедта йөрөү тыйыла! Мототранспортҡа һәм квадроциклға 16 йәш тулғас ҡына, ярашлы категория водитель таныҡлығы булғанда һәм пассив һаҡланыу саралары файҙаланылғанда ғына идара итергә мөмкин. Был талаптар үтәлмәгән осраҡта баланың ата-әсәһе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы юлдарҙа балаларға ҡарата уғата иғтибарлы булырға, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ!
Е. Куклин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы.
Читайте нас: