Дүшәмбикә ауыл мәҙәниәт йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған бик матур сара ойошторолдо.
Ғаиләлә ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәтен, тоғролоғон, йылы мөнәсәбәтен, ғаилә бәхетен, үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүен сағылдырған байрамға ғаилә ҡороп бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләүсе Юрис Фазыл улы менән Юлиә Мөхтәбәр ҡыҙы, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” өсөн иҫтәлекле миҙал тапшырыу өсөн һөйөп-һөйөлөп йәшәгән пар Фәймә Фәһим ҡыҙы менән Ринат Ҡәүей улы саҡырылды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Юрий улы уларға республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдиновтың изге теләктәрен тапшырҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Филнүс Ғизәтуллин да йылы һүҙҙәр әйтеп, бүләктәр бирҙе.
Татыу ғаиләнең нигеҙе – ихласлыҡ, мөхәббәт, ышаныс һәм тоғролоҡта. Бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә 25–30–35–45–50 йыл бергә йәшәргә мөмкиндер. Ҡанаттар парлы булған саҡта ғына, йәшәү үҙ матурлығы менән асыла. Ағинәйҙәр төркөмө, “Әхирәттәр” ансамбле ағзалары араһында ла 30–45 йыл бергә ғүмер кисергән парҙар күп (5 пар). Әхирәттәр үҙ коллективындағы парҙарҙы сәхнә түренә саҡырып, бүләктәр тапшырҙы.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ғаилә тураһындағы мәҡәлдәрҙе тамашасылар менән бергәләп иҫкә төшөрөү бик фәһемле булды. Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү һәр беребеҙҙең изге бурысы икәнен онотмаһаҡ ине.
Л. Сәләхова, Дүшәмбикә ауылы мәҙәниәт йорто методисы.