Буш сәскә ул – емшән бирмәүсе ата сәскә. Уның функцияһы – инә сәскәлектәрҙе һеркәләндереү. Буш (ҡыҫыр) сәскәне һеркәле һеркәсе буйынса билдәләргә мөмкин.
Микроспоралар бөжәктәр тарафынан инә сәскә бөрөләренә күсерелә, һуңынан уларҙа емшәндәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ үҙ-үҙҙәрен һеркәләндерергә һәләтле (партенокарпик) сорттар була, уларға ата сәскәләрҙән инә сәскәлектәргә һеркә күсереү талап ителмәй. Ата сәскәлектәр ҡыярҙың ғәҙәти сорттарында була. Бөгөн гибридтарҙың күпселеге партенокарпик һәм инә тип буйынса сәскә ата.
Юғары уңышты тәьмин итеүсе идеаль вариант – инә һәм ата сәскәләрҙең сағыштырмаса тигеҙ булыуы. Ҡыҫыр сәскәләрҙең күплеге йә иһә етешмәүе насар һеркәләнеүгә сәбәпсе.
Ҡыҫыр сәскә бөрөләренең күплеге үҫтереү технологияһын боҙоу, үҫемлектәрҙе тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәмәү, орлоҡтарҙың насар сифаты менән бәйле була. Һыуҙы дөрөҫ һипмәү, һалҡын һыу һибеү ҡыҫыр сәскәләрҙең артыуына; тамырҙарҙың ауырыуына һәм сереүенә; емшәндәрҙең ҡойолоуына; үҫемлектәрҙең һәләк булыуына килтерә. Һибеү өсөн ҡояшта тороп йылынған һыу файҙаланыла. Уның температураһы +21 градустан түбән һәм +25 градустан юғары булмаҫҡа тейеш. Һыуҙың япраҡтарға эләгеүенә һәм тупраҡтың йыуылыуына юл ҡуймайынса, ипләп кенә һибергә кәрәк. Сәскә бөрөләре формалашҡан саҡта һыуҙы дөрөҫ һибеү айырыуса мөһим. Тупраҡта дымдың йыйылып ятыуы буш сәскәләрҙең күбәйеүенә генә түгел, емшәндәрҙең ҡойолоуына, сирҙәр үҫешеүенә, тамыр системаһы сереүенә килтерә.
Дөрөҫ булмаған агротехника шулай уҡ ата сәскәлектәрҙең күп булыуына сәбәпсе. Шуларҙың береһе – артыҡ ҡуйы сәсеү. Үрсетмәләрҙе күсереп ултыртҡанда кәңәш ителгән арауыҡты үтәмәү арҡаһында үҫемлектәрҙең насар үҫеүе, буш сәскәләр күп булыуы, емшәндәр насар формалашыуы, хатта инә сәскәлектәрҙең бөтөнләй булмауы ихтимал. Артыҡ ҡуйы ултыртҡанда йәшелсәнең сирҙәргә һәм ҡоротҡостарға бирешеүсәнлеге арта.
Бындай проблеманы киҫәтеү маҡсатында 1 кв. м тупраҡҡа 5 үҫемлектән артыҡ ултыртмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Рәттәр араһындағы ара 0,7 м, сәсмәлектәр араһында 0,20–0,25 м булырға тейеш.
Ҡыярға яҡтылыҡ етмәүе лә ҡыҫыр сәскәләрҙең өҫтөнлөк итеүенә, емшәндәрҙең һуң формалашыуына сәбәпсе. Яҡтылыҡ менән тейешенсә тәьмин итеп, проблеманы киҫәтергә мөмкин.
Сәскә бөрөләре һәм емшәндәр дөрөҫ формалашһын өсөн, тамырҙарҙың өшөмәүен тәьмин итергә кәрәк. Сөнки һалҡын уларға насар тәьҫир яһай. Һалҡын тупраҡ һәм һауа ҡыҫыр сәскәләрҙең ишәйеүенә килтерә. Ултыртҡанда түтәлдәргә япраҡтар, һаламлы тиреҫ, биояғыулыҡ һалып, тамыр системаһын һалҡындан һаҡларға мөмкин. Тағы ла ҡыяр сәскә атыр алдынан азот менән артыҡ өҫтәмә туҡландырғанда инә сәскә бөрөләре булмаясаҡ. Ошондай уңайлы шарттарҙа үҫкән үҫемлек бары тик ҡыҫыр сәскәләр бирә. Йәшелсәне калий һәм фосфор ашламалары менән өҫтәмә туҡландырып, хәлдәр торошон төҙәтергә мөмкин.
Тағы ла бер сәбәп – һеркәләнеү өсөн шарттар булмауы. Бал ҡорттары йә иһә һағыҙаҡтар тарафынан һеркәләнергә тейешле сорттарҙы үҫтергәндә, әгәр яҡында был бөжәктәр булмаһа йә иһә культивация ябыҡ шарттарҙа барһа, ата сәскәлектәрҙең артыҡ күп булыуы мөмкин.
Киләһе сәбәп орлоҡтарҙың түбән сифатына ҡайтып ҡала. Артыҡ йәш сәсеү материалын файҙаланыу проблемаға килтерә. Орлоҡтарҙы ышаныслы етештереүсенән алырға кәрәк. Уларҙы үҙ аллы ла әҙерләргә мөмкин. Идеаль вариант – дүрт ҡырлы формала һәм дүрт орлоҡ камераһы булған ҡыярҙың 4 йыллыҡ орлоҡтары.
Үҙ-үҙен һеркәләндереүсе йә иһә үҙ-үҙен емешләндереүсе сорттарҙы сәсеү ҡыҫыр сәскәләр тураһында ҡайғырмаҫҡа ярҙам итер. Үҙ-үҙен һеркәләндереүсе сорттарҙың сәскәләрендә һеркәс тә, емешлек тә була. Үҙ-үҙен емешләндереүсе үҫемлектәр орлоғо булмаған йәшелсә бирә. Уларҙы һеркәләндереү талап ителмәй.