Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 11:43

ЙӘЙ КҮҢЕЛЛЕ ТӘЬҪОРАТТАР ҒЫНА ҠАЛДЫРҺЫН

Районда “Хәүефһеҙ бала саҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса Вәкил инициативаһы менән йәйге каникул осоронда бәлиғ булмағандарҙың ғәҙәттән тыш хәлдәргә тарыуын киҫәтеү, шулай уҡ был эштә дәүләт структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәттәшлеген көсәйтеү маҡсатында уҙғарыла.

“Өлкәндәрҙең төп яуаплылығы – балалар тыныс йәшәй һәм үҫешә алһын өсөн уларға хәүефһеҙ мөхит тәьмин итеү. Шуға ла беҙ балалар хәүефһеҙлегенә янаған шарттарҙы һәр саҡ күрергә һәм киҫәтергә тейешбеҙ. Июнь айында махсус район комиссияһы көндөҙгө лагерҙарҙа һәм “Маяҡ” һауыҡтырыу лагерында булды. Ял лагерҙарында балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бәхетһеҙлек осраҡтарын киҫәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Билдәләп үтергә кәрәк, барлыҡ лагерҙарҙа ла хәүефһеҙлек мәсьәләләренә тейешле иғтибар бирелә.
Июлдә был комиссия ауылдар буйлап йөрөй. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре менән берлектә уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, ҡоролмаларҙы, парктарҙы, ихаталарҙы һ.б. тикшерәбеҙ. Бәлиғ булмағандарҙың сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә янаусы факторҙар: асыҡ люктар, насар нығытылған, төҙөк булмаған конструкциялар һәм спорт тренажерҙары тураһында яуаплы кешеләргә хәбәр итәбеҙ.
Августа, яңы уҡыу йылы алдынан, тикшереү мәғариф учреждениеларында уҙасаҡ.
Райондың һәр кешеһе балаларға хәүеф менән янаған
факттар, хәүефле объекттар тураһында 3-72-32, 3-06-95 телефондары буйынса хәбәр
итә ала. Бер генә белдереү ҙә иғтибарҙан
ситтә ҡалмаясаҡ,” – тип һөйләне беҙгә бәлиғ
булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы
секретары Э. Хужина.
Читайте нас