Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 11:31

ЯҘМЫШ БАЛАЛАРЫНА РӘХИМЛЕ БУЛҺЫН

Быйыл 4 ғинуарҙа йөрәктәребеҙҙе яралап, ҡыҙым Рәхимова Алһыу Радис ҡыҙы – биш бала әсәһе – беҙҙе ташлап китте.

Быйыл 4 ғинуарҙа йөрәктәребеҙҙе яралап, ҡыҙым Рәхимова Алһыу Радис ҡыҙы – биш бала әсәһе – беҙҙе ташлап китте. Ул сығарылыш кластарында уҡыусы балаларының имтихан тапшырыуын, сығарылыш кисәһен, уҡыу йорттарына инеүен күрергә хыялланды…
Улы Анил – Абзай урта мәктәбендә 11-се, игеҙәктәребеҙ Эмилия менән Эмиль 9-сы класты тамамланы. Алһыу уларҙы һәр ваҡыт “Минең матурҙарым, минең аҡыллыларым,” – тиеп кенә уятыр, бик яратыр ине. Яҙмыш был балаларға ҡарата рәхимле булһын, күңелдәренә оҡшаған һөнәрҙе алып, тормошта үҙ бәхеттәрен тапһындар.
Алһыу үҙе һаман шул көйө – элеккесә асыҡ йөҙлө, йомарт күңелле, кешелекле булып төшөбөҙгә инә. Үкенескә ҡаршы, яҙмыш уға ауһыҙ булды…
Беҙҙе, балаларҙы яҡшы һүҙҙәре, кәңәштәре менән йыуатҡан, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Абзай урта мәктәбе уҡытыусыларына, барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткергем килә. Бигерәк тә класс етәкселәре Нурия Фрат ҡыҙына (11-се класс), Альмира Хәнжәр ҡыҙына (9-сы класс), башланғыс класс уҡытыусыһы Зөһрә Үлмәҫ ҡыҙына тәрән рәхмәтлемен. Беҙгә ауыр саҡта ярҙамығыҙҙан ташламанығыҙ, беҙгә терәк-таяныс булдығыҙ. Уларға эштәрендә уңыштар, таҙалыҡ, ғаилә бәхете, ғаилә шатлығы теләйем.
Б. Идиатуллина, Арыҫлан ауылы.
Читайте нас: