Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 12:31

2 августа Өфөлә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итәләр

2 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 89 йыллығын билдәләйҙәр. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, байрам сәғәт 11-се яртыла Ленин районының «Тулҡын» скверында башлана.

2 августа Башҡортостандың баш ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 89 йыллығын билдәләйҙәр.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, байрам сәғәт 11-се яртыла Ленин районының «Тулҡын» скверында башлана. Бында митинг һәм «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына» һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙа.
Сәғәт 12-нән 8 Март ҡасабаһындағы «Забельский» аэродромында традицион сара старт ала.
Парашютсыларҙың, кесе авиация вәкилдәренең, вертолетсыларҙың һәм ҡул һуғышы оҫталарының күрһәтмә сығыштары ҡаралған.
Бынан тыш, «Десантура» алышына һәр кем көнләшерлек... » театрлаштырылған тамашаһы була.
Йолаға ярашлы, байрам ҡунаҡтары өсөн Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары – башҡарыусылар, Өфөнөң ижади коллективтары, үҙешмәкәр сәхнә оҫталары сығыш яһай, ялан кухняһы эшләй.

Читайте нас: