Быйыл яҙ беҙ татар теле буйынса район һәм республика күләмендә уңыштар яулаған район мәктәптәре уҡыусыларын һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенттарын алып, Ҡазан тарафтарына юл алдыҡ.
Йәш быуын вәкилдәрен алыуыбыҙ һис тә осраҡлы булманы. Танылған шәхестәребеҙ менән йәш быуын вәкилдәрен таныштырыу, тыуған төбәк өсөн оло ғорурлыҡ, шул шәхестәр үрнәгендә тормошҡа ышаныс һәм һөйөү тәрбиәләү мөһимлеген аңлау ҙа маҡсатыбыҙға әйҙәп торҙо.
Инде бындай сәфәрҙәрҙе ойоштороуҙа ҙур тәжрибә туплаған педагог, тарихсы Р.Р. Асҡаров Зилә апай менән беҙҙе машинаға кереп ултырыу менән үк таныштыра башланы. Иҫән-имен йөрөп ҡайтыу теләгендә оло юлға уҡыған изге доғаларыбыҙҙан һуң, кинәт кенә салонда ҡайҙандыр, үҙенә өндәшеп, үҙенә әйҙәп, һандуғас һайрауын хәтерләтеп, сихри бер моң ағыла башланы. Күңелдәребеҙҙе елкендереп, шоферыбыҙ Зилә Сөнәғәтуллина башҡарыуында С. Сәйҙәшевтың Ренат Харисов һүҙҙәренә “Ҡояшлы вальс” йырып ҡуйған икән… Ғәжәйеп матур сопрано тауышлы йырсының моң ағышына сәфәрселәрҙең барыһы ла тын ҡалған…. Яҙғы моңло ауаз менән мөхәббәт нурына төрөнгән йыр ағыла ла ағыла. Оҙон юлда шул моңдар ағышында Ҡазанға барып кергәнебеҙҙе лә һиҙмәгәнбеҙ икән.
Беренсе көндө Туҡай көндәрендә, шағир һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнаштыҡ, Ҡазандың тарихи урындары, музейҙары буйлап экскурсияларҙан һуң, Н. Йыһанов исемендәге консерваторияға, Зилә Даян ҡыҙы янына йүнәлдек. Ул беҙҙе бик шатланып, үҙенең эш бүлмәһендә ҡаршы алды, яҡындан танышып, йылы итеп аралашҡандан, сәскәләр һәм бүләктәр тапшырғандан һуң, Зилә Даяноваға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы бирә алдыҡ.
“Мин һәр ваҡыт Башҡортостан менән Татарстан араһын бер бөтөн итеп ҡабул иттем. Туҡай әйткәнсә “Тарихи был бергәлек”тең бәйәһен аңлап эшләнем. Сәнғәтебеҙҙең ҡайһы ерен генә алмайыҡ, уртаҡ яҡтары күп уларҙың, бигерәк тә йыр сәнғәте өлкәһендә был яҡшы күренә. Быйылғы 2019 йылда Татарстан менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ ептәренең тағын да ныҡлы төҫ алыуы күңелдәрҙә ҙур шатлыҡтар тыуҙырҙы. Ә инде үҙемә килгәндә, әлбиттә, Башҡортостан йыр сәғәте байлыҡтары менән яҡындан танышмын, үҙем дә дә башҡорт йырҙарын яратып башҡарам. Тыуған Башҡортостаныма мәҙәни сараларға ҡайтҡан арала сығыштарым һәр саҡ булып торҙолар, йырҙарҙы яҡташтарым яратып ҡаршы алдылар. Классик һәм заманса яңғыраған 40-тан артыҡ операларҙа беренсе партияларын башҡарҙым. Уларҙың барыһын да һанап тормайым. Концерттарым да гөрләп үтеп торҙо, бөгөн дә сәхнәләмен, Аллаға шөкөр!
Ғүмер әкрен генә алға китеп бара, ә үткәндәремдә миңә донъяның күп илдәрен гиҙеп сығырға тура килде. Бына һеҙгә, яҡташтарыма, Рәмил Рәхимйән улына ҙур рәхмәтле булып ултырам. Һеҙ Ҡазанға килеп, бына был осрашыуҙа миңә үҙемдең тыуған яҡтарыма ҡайтып килеү теләгемде уяттығыҙ, шул хаҡта йылы саҡырыу алыуыма бик шатмын. Оҙаҡҡа һуҙмайынса ғына, шул хыялымды тормошҡа ашырырға теләгем юҡ түгел. Бына шулдыр минең киләсәккә булған иң ҙур планым,” – тине йырсы көлөмһөрәп тә, саҡырыуыбыҙға сикһеҙ шатланып та.
Зилә Даян ҡыҙы менән булған был иҫтәлекле осрашыу күңелдәребеҙҙә иң яҡты тойғолар уятты. Беҙ уның, ысын мәғәнәһендә, “Ҡояшлы вальс” кеүек, ҡояштай яҡты талант, ҡояшлы йырсы, халҡына хеҙмәттә, киләсәк быуынға сынғын серҙәрен яҡтыртыусы тәжрибәле педагог булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Сентябрь айында уның ижадына бағышланған осрашыуҙы Ҡыйғыла, уның тыуған ауылында үткәреү мөмкинселеге хаҡында пландар ҡороп, Зилә Даян ҡыҙы менән “Ҡыйғыла осрашҡанғы ҡәҙәр!” – тип, ҡул бирешеп хушлаштыҡ.
татар теле һәм әҙәбите уҡытыусыһы.
З. Сөнғәтуллина (беренсе рәттә уртала) ҡыйғылар менән.