Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 12:02

УЖЫМДАР ӨСӨН ХӘҮЕФТЕ КӘМЕТЕРГӘ

Насар климат факторҙары тәьҫире һөҙөмтәһендә ҡышҡы-яҙғы осорҙа республикала сәселгән 429 мең гектар ужымдарҙың 140 мең гектары һәләк булды.

Насар климат факторҙары тәьҫире һөҙөмтәһендә ҡышҡы-яҙғы осорҙа республикала сәселгән 429 мең гектар ужымдарҙың 140 мең гектары һәләк булды. Ошоға бәйле, ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Беҙҙең районда ужымдар 870 гектарҙа йә иһә 47% майҙанда һәләк булды.
Ужымдарҙың ошолай күпләп юҡҡа сығыуы сәбәптәрен асыҡлау, киләсәктә культуралар өсөн хәүефте кәметеү маҡсатында Дыуан районы “Урал-Тау” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында республика ғалимдары ҡатнашлығында аграрийҙар семинары ойошторолдо. Беҙҙең район делегацияһын “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин етәкләне.
Семинар эшен БР-ҙың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов алып барҙы.
“Пестициды Ру Башкортостан” ЯСЙ-һы етәксеһе И. Мичурин һөйләүенсә, ужым культуралары һаҡланышы өсөн туҡланыу элементтары ҙур әһәмиәткә эйә. Аҡһым матдәләре барлыҡҡа килһен өсөн азот кәрәкле. Ул етешмәгәндә, тупраҡта үҫемлектәр насар үҫешә һәм тейешенсә тармаҡланмай, япраҡтары һарғая, һуңынан ҡыҙара һәм һәләк була. Иртә яҙҙа өҫтәмә туҡландырыуҙы башҡарыу мөһим.
Фосфор тамыр системаһы, генератив органдар үҫешеүенә булышлыҡ итә, әсе тупраҡта аллюминийҙың хәрәкәтле формалары насар тәьҫирен кәметә.
Калий етешмәүе үҫемлектәрҙең тәпәш булыуында күренә. Япраҡтары күкһел йәшел була, ситтәре ҡыҙара һәм бөгөлә.
Микроэлементтарҙы (бор, марганец, молибден, баҡыр, тимер, цинк) тейешенсә индергәндә, үҫемлектәрҙең һалҡынға, шулай уҡ ҡоролоҡҡа, эҫегә сыҙамлылығы арта. Магний, кальций һәм көкөрт тамыр системаһы нығыныуын стимуллай.
“Урал-Тау” ауыл хужалығы предприятиеһы ЯСЙ-һында оптималь туҡланыу режимын табыу маҡсатында “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” сортлы ужым арышы сәсеүлектәрендә “Янтари” туҡланыу элементтары комплексын файҙаланып тәжрибә үткәрелә.
“Бер гектарға 6 кг суперфосфат файҙаланылған вариант иң яҡшы һөҙөмтә бирҙе. “Янтари Профи” – бер гектарға 0,5 л, “Янтари Калий” – бер гектарға 0,25 л, “Янтари Кремний” бер гектарға 0,25 л алынды,” – тип һөйләй Игорь Николаевич.
БДАУ доценты, биология фәндәре кандидаты Г. Хәсәнова түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Әлеге ваҡытта ужым культуралары орлоғон сәсеү алдынан ағыулау ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлау, орлоҡтарҙың сәсеү сифаттарын күтәреү өсөн яҡшы профилактика булып тора. Лабораторияларҙа уҙғарылған анализдар орлоҡ материалының патогендар менән ныҡ зарарланыуын күрһәтә. Фузариум, альнернариум, биполарис кеүек төрҙәр тыуҙырған бәшмәк ауырыуҙары өҫтөнлөк итә. 30 проценттан артыҡ зарарланған орлоҡтар сәсеү өсөн яраҡлы түгел. Шытып сыҡҡан осраҡта ла ҡыш дауамында һәм яҙ башында һәләк буласаҡтар.
Шулай уҡ орлоҡтарҙы ағыулау ужымдарҙы вегетацияның иртә срогында иген бызылдауығы, ужым себене, үлән бете, талпан, өкөбаш күбәләге, ҡаты ҡорт, ҡыбырҙауыҡ кеүек ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Бер тонна орлоҡҡа 0,4 кг тәьҫир итеүсе матдәлә имидаклоприд йә иһә 0,35 кг тәьҫир итеүсе матдәлә тиаметоксам менән эшкәртергә кәңәш ителә. Үҫемлектәр үҫешеүенең башланғыс этабында старт шарттарын яҡшыртыу өсөн микроашламалар, үҫеш стимуляторҙары, биопрепараттар, гумматтар өҫтәргә кәрәк”.
“Пестициды Ру Башкортостан” ЯСЙ-һы вәкилдәре, “БР буйынса Россельхозүҙәк” федераль дәүләт учреждениеһы белгестәре яныуға, ужым үңәҙенә, склеротиниозға, тифулезға ҡаршы яҙғы эшкәртеүгә айырым иғтибар бирҙе.
Сәскәндән һуң тупраҡты катуклау мотлаҡ. Сәсеүҙе районлаштырылған элиталы сорттар менән оптималь срокта, беҙҙең төбәктә 25 августан да һуңға ҡалмайынса башҡарырға кәрәк.
Читайте нас: