Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 11:54

ВОЛГА БУЙЫ ҺӘМ УРАЛ ПРИМАДОННАҺЫ

Был күп йылдыр элек булды. Башҡортостан телевидениеһынан ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан концертын күрһәттеләр.

Был күп йылдыр элек булды. Башҡортостан телевидениеһынан ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан концертын күрһәттеләр. Күрше република ҡунаҡтары менән таныштырып, алып барыусы Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Ҡазан дәүләт консерваторияһы профессоры, Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театры артисткаһы Зилә Даян ҡыҙы Сөнғәтуллинаның сығышы менән Үрге Ҡыйғы ауылынан булыуын хәбәр итте.
Ошо ваҡыттан алып республика гәзит-журналдарында был ғәжәйеп һәм ҡабатланмаҫ талантҡа эйә йырсы тураһында бик күп яҙылды.
Тәүге тапҡыр мин арҙаҡлы яҡташым менән 2005 йылдың апрелендә осраштым. Ул көндәрҙә бик күп әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, шул иҫәптән профессор Зилә Сөнғәтуллинаның уҡыусыһы – популяр йырсы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәбдинов менән аралашырға тура килде. Нәҡ ул миңә К. Тинчурин исемендәге театрҙа яҡташ-шағирә Резеда Вәлиеваның юбилей кисәһендә Зилә Даян ҡыҙы менән яҡындан танышырға ярҙам итте.
Һуңғы йылдарҙа Ҡазан ҡыйғыларға “яҡыныраҡ” була бара. Йыл һайын 2–3 туристик сәфәр ойошторола. Был шулай уҡ З. Сөнғәтуллина менән йышыраҡ осрашып аралашыу мөмкинлеген бирҙе.
Ул бик тыйнаҡ, юғары мәҙәниәткә эйә, изге күңелле, иғтибарлы, кәрәк булғанда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше. Кеше, Талант һәм Педагог – ошолар менән барыһын да әйтергә була.
Зилә Даян ҡыҙы опера сәхнәһендә 40 йылдан ашыу. Тарих күҙлегенән ҡарағанда, ҙур срок түгел һымаҡ, ә кеше яҙмышында – тиҫтәләрсә хеҙмәт йылдары. Уның ижадын хәҙерҙән үк татар музыка сәнғәтендә “Сөнғәтуллина дәүере” тип атайҙар ҙа инде. Дәүер – ул күп йылдар. Ләкин яҡташыбыҙ һаман да йәш, һөйкөмлө, матур һәм талантлы. Тәбиғәт уға аҡылды ла йәлләмәгән, ҡыҫҡаһы, Алланың илаһи бер заты ул.
Йырсының көслө, саф һәм матур тауышы (сопрано) шунда уҡ әсир итә. Әгәр спектаклдә З. Сөнғәтуллина йырлай икән, нәҡ ул опера йырсылары ансамбленә “етәкселек итәсәк”, ә тыңлаусылар ысын сәнғәт менән осрашыуҙан шатлыҡ һәм илһам аласаҡ. Артистка үҙе әйтеүенсә, 40-тан ашыу опера партияһын башҡарған. Зилә Даян ҡыҙы – күп төплө жанрҙа эшләүсе йырсы. Уның репертуарында – рус һәм сит ил классик музыкаһы шедеврҙары, ариялар, романстар, татар композиторҙары йырҙары, татар халыҡ йырҙары. Ҡайһы берҙәрен һанап үтәм: Розина (“Севильский цирюльник”), Мими (“Богема”), Дездемона (“Отелло”), Марфа (“Царская невеста”), Алтынсәс (ошо уҡ исемдәге опера) ариялары. Ә уның башҡарыуында С. Сәйҙәшевтың “Ҡояшлы вальсы” нисек яңғырай һуң! Музыка менән күңелгә ҡояш нурҙары үтеп ингәндәй, донъя киңерәк һәм яҡтыраҡ булып киткәндәй тойола. Көслө, шул уҡ ваҡытта ғәжәйеп яғымлы тауышҡа эйә булараҡ, ул милли үҙенсәлеккә лә эйә, был уны универсаль йырсы итә. Уның юлы гөл-сәскәләргә күмелгән. Спектакль һәм концерттан һуң, тыуған илендә йә иһә сит илдә сығыш яһаһынмы, матур гөлләмәләр тапшырыу өсөн сәхнәгә сират хасил була. Уны Англияла, Финляндияла, Швейцарияла, Чехияла, АҠШ-та, Ирландияла, Германияла, башҡа бик күп илдәрҙә тыңлағандар.
Бөгөн Зилә Сөнғәтуллина Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокаль сәнғәте кафедраһы мөдире һәм педагог та. Ижад һәм педагогия эшмәкәрлеге, дан-шөһрәт кеүек йөктө алып барыу, шул уҡ ваҡытты нәзәкәтле, ябай булып ҡалыу көслө ҡатын-ҡыҙҙың ғына хәленән килә ул.
Бына ошондай кеше беҙҙең яҡташыбыҙ – Зилә Даян ҡыҙы Сөнғәтуллина – Татарстандың, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ғорурлығы. Ул 1949 йылдың 30 июлендә Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килә. Атаһы Даян Сәмиғулла улы Сөнғәтуллин эске эштәр бүлегендә эшләй, әсәһе Нәсимә Мәхмүт ҡыҙы Еникеева башланғыс класс уҡытыусыһы була. Һуңынан ғаилә башлығын Оло Ыҡтамаҡҡа, артабан Малаяҙға күсерәләр. Зилә Малаяҙ ауылындағы мәктәп-интернатта белем ала, сөнки ата-әсәһе Нәсибаш ауылында төпләнә.
Мәктәптән һуң Зилә Сөнғәтуллина Өфө сәнғәт училищеһында, һуңынан Ҡазан дәүләт консерваторияһында белем ала. 1968 йылдан Ҡазанда йәшәй һәм эшләй.
“Беҙ, бар туғандар, йыл һайын Нәсибаш ауылына йыйылабыҙ. Ата-әсәйебеҙҙең ҡәберҙәрен тәртипкә килтерәбеҙ, сәскәләр ултыртабыҙ,” – ти Зилә Даян ҡыҙы. Ул Өфөлә йәшәүсе туғаны Резедаға йыш ҡына ҡунаҡҡа килә. Бер осрашыу ваҡытында тыуған төйәге Үрге Ҡыйғыға – донъяға килеп, тәүге аҙымдарын яһаған урынға килергә теләүен белдерҙе. Республикаға һәм илгә бик күп таланттар биргән Ҡыйғы еренең сихри көсө кескәй Зиләгә лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, моғайын.
Зилә исеме ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “таҙа, саф” мәғәнәһен бирә. Ошондай исем йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙ донъяға сафлыҡ, аҡыл һәм шатлыҡ ҡына өләшә.
Данлыҡлы Зилә Даян ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлап, беҙ, уның яҡташтары, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, уңышлы ижади юл, тамашасыларҙы шатландырып, тағы ла күп йылдар сәхнәлә балҡыуын теләйбеҙ.
Р. Асҡаров.
З.Д. Сөнғәтуллина:
“Олатайым Мәхмүт Еникеев кеүек үҙ халҡыма файҙалы булырға теләйем. Ул үҙ ғүмерен ябай кешеләргә хеҙмәт итеүгә арнаған. Ҡаһармандарса эшмәкәрлеге өсөн олатайым М.И. Калинин ҡулынан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын ала. Мин үҙ тамырҙарым менән ғорурланам һәм уны лайыҡлы дауам итергә ынтылам”.
Читайте нас: