Районда ябыҡ тупраҡ майҙаны киңәйтелә. Быйыл ул йәнә 500 квадрат метрға арттырылды. Ҡурғаш ауылында Римма һәм Сергей Дмитренколар төҙөгән теплица файҙаланыуға индерелгән.
Сергей Николаевич бында Украинаның Запорожье өлкәһенән килгән. Уның тыуған илендә ҙур майҙанда йыл әйләнәһенә йәшелсә, көҙгө-ҡышҡы ваҡытта теплица шарттарында үҫтерелә. Бер ваҡыт Ҡурғаш ауылында Римма Ғәйнуллинаның ата-әсәһендә ҡунаҡта булып, бар күңеле менән беҙҙең яҡтарҙы үҙ итә. Ғаиләһе менән кәңәшләшеп, бында үҙ бизнесын башларға – ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтерергә ҡарар итә. Уның ҙур тәжрибәһенә һәм белеменә таянып, ҡатыны ла энтузиазм менән ярҙамлашырға керешә.
Ғаилә башлығы һөнәре буйынса механизатор. Тимерҙән каркасты үҙе иретеп йәбештергән һәм полиэтилен пленка тарттырған. Кәрәҙле поликарбонаттан ҡаҙанлыҡ эшләп, йылылыҡ генераторы урынлаштырған. “Теплицалағы тупраҡты эшкәртеү өсөн фреза һатып алдым. Ул бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡыярға ҡәтғи билдәләнгән миҡдарҙа ашлама индерҙек. “Маша” сортын үҫтерәбеҙ. Быйыл үрсетмәләрҙе һуң – 1 июндә генә ултырта алдыҡ, ә теплицаға 20 көндән күсерҙек. Һыу һибеү яйланмаһын урынлаштырғанбыҙ. Һыу алдан 1500 кубометрлыҡ бакта йылытыла. Тәүге ҡыярҙы беҙ 8 июлдә алдыҡ. Бөгөн көнөнә 80–100 кг йыябыҙ. Төнөн температура 4 градустан түбәнәйһә, утын яғып йылытам,” – тип һөйләй йәшелсәсе.
Хужабикә беҙҙе төрлө сорт сейә, груша, айыу баланы, алма, ер еләге һәм сәскәләр үҫкән баҡса менән таныштыра. “Был эшкә 600 меңдән ашыу аҡса һалдыҡ. Уңыш беҙҙе ҡанатландырҙы. Киләсәктә теплицаны киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Бизнес-план төҙөйбөҙ, ҡыяр ғына түгел, томат, борос, ер еләге үҫтереп һатыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Йәнә лә ҡурай еләге, ҡарама бәшмәге үҫтерергә ниәт бар. Территорияны төҙөкләндерәсәкбеҙ.
Теплицаны артабан үҫтереү өсөн “Агростартап” программаһында ҡатнашырға уй бар,” – тип үҙ пландары менән уртаҡлаша Римма Федоровна.
Хужалыҡ менән танышып, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов менән ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин проектты үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Улар әҙер продукцияны һатыу баҙарын көйләү, йәшелсә генә түгел, иң яҡшы сорттар үрсетмәләрен үҫтереп һатыу буйынса үҙ кәңәштәрен бирҙе.
Римма һәм Сергей Дмитренколарҙа теләк тә, ергә һәм хеҙмәткә ҡарата һөйөү ҙә бар. Ә был, һис шикһеҙ, һөҙөмтә бирмәй ҡалмаясаҡ.