Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 16:44

ФЛОТҠА ҺӘМ ИЛГӘ ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫРҒА

Үткән йәкшәмбелә беҙҙең илдә изге йола буйынса Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Үрге Ҡыйғы ауылы Еңеү паркында диңгеҙ сиген һаҡлаусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы үтте.

Сара Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ пехотаһы, шулай уҡ Андреевский флагтарын тантаналы күтәреүҙән башланды. Был хөрмәткә Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары Хәтим Мөхәррәмов менән Владик Фәтихов лайыҡ булды.
“Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы Диңгеҙ йыйыны” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе А. Ғәйфуллин ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. “2017 йылда моряктар – “БР Ҡыйғы районы Диңгеҙ йыйыны” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тәҡдиме менән илебеҙҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусылар хөрмәтенә һәйкәл асырға ҡарар ҡабул ителгәйне. Бөгөн һәр ҡайһығыҙҙың ҡатнашлығы, район эшҡыуарҙарының ярҙамы менән уйыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙҙы,” – тине Алмаз Адигар улы.
Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Р. Усманов әйтеүе буйынса, бөгөн районда Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтып, әле запаста булған 120 граждан иҫәпләнә, әле 20 егет илдең диңгеҙ сиктәрен һаҡлай. Быйыл өс Ҡыйғы егете контракт буйынса флотҡа хеҙмәткә саҡырылған.
Йыйылыусылар вафат булған иптәштәре хөрмәтенә бер минутҡа тын ҡалды һәм һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Автор фотоһы.
Читайте нас: