Район хужалыҡтарында алдағы ҡышҡа мал аҙығы әҙерләү дауам итә. “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы белешмәләренә ҡарағанда, 1 августҡа 7800 гектарҙа үләндәр сабылған (барлыҡ майҙандың 58 проценты). Көнсығыш кәзә үләне 90% майҙанда сабып сығылған. 9850 т бесән (80%), 7900 т сенаж (62%) әҙерләнгән.
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов һәм “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин Ҡурғаш ауылында Юнир һәм Илнур Ғирфановтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында сенаж әҙерләү барышы менән танышты.
Юнир Ғирфанов – 94 баш, ә улы Илнур 66 баш мал аҫрай. Бөгөн тәүлек һауым һәр һыйырҙан 10 килограмдан ашыу тәшкил итә.
Ғирфановтар көнсығыш кәзә үләненән сенаж әҙерләүгә баҫым яһай. Быйыл уны сабыуға оптималь сроктан бер ни тиклем һуңға ҡалып тотонғандар. Үҫемлектәрҙең ҡуҙаҡтары барлыҡҡа килеп, орлоҡтары өлгөргән.
Ләкин фермерҙар төшөнкөлөккә бирелмәй. “Мал аҙығында ҡоро матдә күберәк буласаҡ, сенажды тығыҙлау ҙа еңелерәк,” – ти улар оптимизм менән.
Баҫыуҙа КСК-100 “Полесье” силос урыу комбайны эшләй, уның штурвалы артында – Илнур Юнир улы.
Йәшел масса ике автомобиль: “ГАЗ-53” һәм “КамАЗ” ярҙамында ташыла. Тәүгеһенә фермерҙарға ярҙамға килгән Рәүил Мирхәйҙәров менән Анатолий Михайлов идара итһә, икенсеһендә Илдус Сафин эшләй. Шулай уҡ механизатор Р. Зөбәйеров саҡырылған. Ул Т-150 тракторында сенаж массаһын тығыҙлай. Был эште еренә еткереп, ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Фермерҙар консервант алырға өлгөрмәгән, шуға ла мал аҙығы сифатын һаҡлау өсөн яҡшылап трамбовкалау талап ителә.
Эштәр ҡайнай, ике хужалыҡҡа 800 тонна сенаж әҙерләнгән, был пландың 97 процентын тәшкил итә. “Сенаж әҙерләүҙе тамамлағас, бесәнгә тотонасаҡбыҙ. Сабыуҙың оптималь срогынан һуңға ҡалдыҡ, әлбиттә, ләкин бер нәмә лә эшләмәүгә ҡарағанда, был да яҡшыраҡ,” – ти ауыл хеҙмәтсәндәре.