Рәсәйҙә граждандарға бушлай белем алыу өсөн цифрлы мәғариф сертификаттарын һынау уҙғарыласаҡ биш төбәк билдәләнде. Башҡортостан 15 мең һумға тиклемге мең сертификат аласаҡ.
Сертификат ярҙамында мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, цифрлы иҡтисад технологиялары өлкәһендәге программалар буйынса онлайн йә иһә ҡатнаш форматта уҡыу программаһын үтеп буласаҡ. Уны алыуға 16 йәштән алып пенсия йәшенә саҡлы, урта һөнәри, юғары белемгә эйә йә иһә әлеге ваҡытта уҡып йөрөүсе эшкә һәләтле рәсәйлеләр дәғүә итә ала.
Барлығы РФ-ның 31 субъекты был пилот проектында ҡатнашырға теләк белдергән. Комиссия цифрлаштырыу, мәғариф системаһы әҙерлеге, хеҙмәт баҙары күрһәткестәрен иҫәпкә алып, биш төбәктең ҙур эске эш уҙғарыуын асыҡлаған.
“Башҡортостандың пилот төбәктәр араһына инеүенә беҙ шатбыҙ. Беҙҙең республика үҙенең мәғариф ойошмалары менән көслө, төбәктә мәғариф процесына заманса онлайн-технологиялар, методик алымдар индереүгә ҙур иғтибар бүленә. Етди кадрҙар, методик, технологик ресурстарға эйә булараҡ, республика проектта ҡатнашырға ғына түгел, яңы идеяларҙы берлектә тормошҡа ашырыу өсөн ышаныслы партнер булып торорға әҙер,” – ти БР-ҙың мәғлүмәтләштереү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсүл Таипов.