“Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу барышында “Салауат урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһының Ҡыйғы производство участкаһы техника паркы “Беларус” МТЗ-82.1 тракторы һәм КЛБ-1,7 культиваторы менән тулыланды.
БР урман хужалығы министры М. Шәрәфетдинов әйтеүенсә, федераль проект урмандарҙы һаҡлау, шул иҫәптән ағастар ҡырҡылған һәм һәләк булған участкаларҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу, урмандарҙы тергеҙеү майҙандарын арттырыу, урман хужалығы учреждениеларының матди-техник базаһын махсуслашҡан урман хужалығы һәм янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдары менән тәьмин итеү сараларын үҙ эсенә ала. 2024 йылға тергеҙелгән 15,2 мең гектар һөҙөмтәһенә өлгәшергә кәрәк.
Министр әйтеүенсә, урман хужалығы эштәре һөҙөмтәлелеген арттырыу, янғын һүндереү тәғәйенләнешендәге автопаркты яңыртыу өсөн 2019–2024 йылдарға “Урмандарҙы һаҡлау” проектында республика тарафынан махсуслашҡан ауыл хужалығы һәм янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдары һатып алыуға федераль бюджеттан 422 миллион һум бүлеү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылда ошондай техника һатып алыуға лимит 80,6 миллион һум күләмендә раҫланған.