Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2019, 12:20

РЕГИСТРАТОРҘАР ҮТӘСӘК

2020 йылдың октябрендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек районда планлы тәртиптә бара.

2020 йылдың октябрендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек районда планлы тәртиптә бара. Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарары менән әҙерлек саралары комплексын көйләү һәм ваҡытында үтәү маҡсатында махсус комиссия төҙөлгән.
Июнь башында комиссияның тәүге ултырышы үтте, унда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды, комиссия ағзалары араһында бурыстар бүленде. Уҙған осорҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың автоматлаштырылған системаһындағы адрестарҙы Федераль мәғлүмәт адрес системаһы (ФИАС) адрестары менән сағыштырыу эше башҡарылған, урамдар исемлеге тикшерелгән, автоматлаштырылған система менән ФИАС-ҡа тейешенсә инмәгән урамдар асыҡланған.
Икенсе этапта райондың 39 ауылында өйҙәр сағыштырылды. Был эштә ауыл биләмәләре хакимиәттәре белгестәре һәм эштәр башҡарыусылары ҙур ярҙам күрһәтте.
1–31 августа статистика бүлеге яңы мөһим этапҡа – ауылдарҙағы өйҙәр исемлеген төҙөүгә тотона. Ошо маҡсатта район территорияһында 11 махсус һайланған ваҡытлы регистратор эш башлай. Ауылдар буйлап йөрөп сығып, улар өйҙәр, йәшәүселәр һанын, картографик материалдың реаль территориялағы өйҙәргә тура килеүен аныҡлаясаҡ. Шулай уҡ регистраторҙар өйҙәрҙә номерҙар, урам исемдәре яҙылған таҡталар булыуын тикшерәсәк.
Регистраторҙарҙың махсус танытмаһы буласаҡ, ул паспорт менән бергә генә ғәмәлдә.
Район халҡы, урындағы үҙидара органдары, полиция, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, почта ойошмалары регистраторҙарға ярҙам күрһәтергә, кәрәкле мәғлүмәтте бирергә бурыслы.


Д. Ибәтуллина,
халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкил.
Читайте нас: