Бөгөн Рәсәй Федерацияһының һауа-десант ғәскәрҙәрендә беҙҙең райондан тиҫтәнән артыҡ кеше хеҙмәт итә. Үрге Ҡыйғы ауылынан һалдат, механик-водитель Азат Ҡәйүмов та (һүрәттә) Новороссийск ҡалаһында хәрби бурысын уңышлы үтәй.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейын тамамлағас, ул тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереү теләге менән Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы ауылы филиалына уҡырға инә. РФ Ҡораллы Көстәре сафына бер йыл элек саҡырыла. Егеттең бала саҡтағы зәңгәр күк көмбәҙе хаҡындағы хыялы тормошҡа аша – уны десантсылар сафына саҡыралар. Атаһы Фидус Рәфис улы ла улын зәңгәр беретта күрергә теләгән, уның спорт менән мауығыуын һәр саҡ хуплаған.
Уҡыу курсын егет кеше Омск ҡалаһында үтә, артабан Новороссийск ҡалаһына оҙатыла. Ил-76 самолетынан 1000–1200 бейеклектән биш тапҡыр парашютта һикерә.
Яҡташыбыҙ Ульяновск ҡалаһында күп һалдаттар ҡатнашлығында үткән хәрби учениеларҙа ҡатнаша, унда ул ҙур ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм яҡшы һалдат оҫталығы күрһәтеүгә өлгәшә. Быға уның физик яҡтан яҡшы әҙерлеге, еңел атлетика, гер спорты менән даими шөғөллләнеүе ярҙам итә. Быйылғы йылдың апрель айында А. Ҡәйүмов “ҡанатлы гвардияла” артабан да хеҙмәт итергә теләк белдергән. “Десантсы булыу еңел түгел, әммә мин бала саҡтан үҙемде хеҙмәткә әҙерләнем, күнекмәләр эшләнем. Алған белемдәрем өсөн уҡытыусыларыма, бигерәк тә ОБЖ (Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре) фәне уҡытыусыһына ҙур рәхмәтлемен,” – ти А. Ҡәйүмов.