Август рәсәйлеләр тормошона бик күп үҙгәрештәр алып килде. Атап әйткәндә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙҙарында, яңы автомобилде теркәү процедураһында, багажда тауарҙар ташыу ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр бар, дәүләт пошлинаһы ғәмәлдән сығарыла, ә тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән өсөн төрмәгә эләгергә мөмкин.
Дәүләт пошлинаһы? Юҡ, кәрәкмәй!
Августан башлап Рәсәйҙә, ипотека каникулы алырға теләгәндә, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы яҙмаға үҙгәрештәр индергән өсөн дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәкмәй. Бөгөнгә дәүләт пошлинаһы күләме 200 һум тәшкил итә ине.
Өлөшләтә милек хужалары 1 августан башлап күсемһеҙ милекте ситләштереү буйынса ҡайһы бер килешеүҙәрҙе нотариусһыҙ – ябай яҙма формала башҡара ала. Һүҙ пай инвестфондын тәшкил иткән мөлкәткә ҡағылышлы, шулай уҡ торлаҡҡа милекселек хоҡуғы күсеүен күҙ уңында тотҡан килешеү төҙөгәндә ер өлөшөн ситләштереү буйынса килешеүҙәр тураһында бара.
Түләү ҡағыҙҙарындағы үҙгәрештәр
4 августан башлап торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанцияларында үҙгәрештәр күҙәтеләсәк. Уларҙа мөлкәтте ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән страховкалауға бәйле яңы пункт барлыҡҡа киләсәк. Әйтергә кәрәк, торлаҡты страховкалау элеккесә ирекле булып ҡаласаҡ.
19 августан ҡул йөгөн йә иһә багажды үткәреүҙең, сәскәләр һәм емеш-еләк алып ҡайтыуҙың яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә. Хәҙер Рәсәй Федерацияһы территорияһына емеш-еләкте һәм йәшелсәне – 5 килограмға тиклем, сәскәләрҙе 3 гөлләмәгә тиклем генә индерергә мөмкин. Әгәр гражданға күберәк продукция алып ҡайтырға кәрәк булһа, бының өсөн махсус оҙатыу документтары талап ителәсәк. Был ҡағиҙә шулай уҡ почта аша ебәрелгән әйберҙәргә лә ҡағыла.
Алкоголде ҡағиҙәләр буйынса һаҡлағыҙ
21 августан Рәсәйҙә алкоголь һаҡланған складтарға талаптар көсәйтеләсәк. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, был биналар башҡа ярҙамсы һәм эш бүлмәләренән капиталь стена йә иһә ваҡытлы бүлкәләр менән айырылырға тейеш. Шулай уҡ келәттәрҙә һауа дымлылығын һәм температураны үлсәүсе приборҙар, яҡтыртҡыстар булырға тейеш. Был талаптарҙы етештереүселәр ҙә, күмәртәләп һатыусылар ҙа үтәргә бурыслы.
Автомобилгә яңы номер ҡуйырға мөмкин
Автомобилдәргә яңы өлгөләге дәүләт билдәләрен сығарырға һәм ҡуйырға рөхсәт итеүсе дәүләт стандарты менән ҡыҙыҡлы хәл килеп сыҡты. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инергә һәм элекке стандартты алмаштырырға тейеш ине. Һуңынан ЮХХДИ Росстандарттың быны 4 авгусҡа күсереүен һораны һәм уның теләге ҡәнәғәтләндерелде. Һөҙөмтәлә июль аҙағында иҫке ГОСТ бер йылдан ғына ғәмәлдән сығарыласағы билдәле булды.
Йәғни 4 августан башлап номерҙар үлсәмен билдәләүсе бер юлы ике документ рәсми рәүештә ғәмәлдә буласаҡ. Ләкин киләһе йылдың авгусына тиклем ЮХХДИ яңы номерҙарҙы түгел, иҫкеләрен генә бирәсәк, кире осраҡта йыйылған бик күп дәүләт билдәләрен утилизацияларға тура килер ине.
Яңы номерҙар 4 августан башлап шулай уҡ рөхсәт ителә. Уларҙы хәҙер дәүләт билдәләре дубликаттарын һатыусы шәхси компаниялар әҙерләй. ЮХХДИ-ның сайтында уларҙың реестры бар. Әгәр ҙә һеҙ мөрәжәғәт итергә уйлаған контора был исемлектә юҡ икән, башҡаһын эҙләүегеҙ хәйерлерәк.
Августа автомобилдәрҙе теркәүгә бәйле тағы бер яңылыҡ үҙ көсөнә инергә тейеш ине. Машина һатып алыусы кешегә, ЮХХДИ-ға барып тормайынса, уны туранан-тура рәсми дилерҙа иҫәпкә ҡуйырға һәм номер алырға мөмкинлек биреүсе закон 4 августа үҙ көсөнә инәсәк, тип планлаштырылғайны. Ләкин асыҡланыуынса, Эске эштәр министрлығының һәм дилерҙарҙың, “теркәү коллапсы” килеп тыумаһын өсөн, бик күп тырышлыҡ һалаһы бар. Һөҙөмтәлә закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.
Тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән өсөн төрмәгә ултырыуығыҙ ихтимал
2019 йылдың 6 авгусына тиклем тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән өсөн 1–3 айға машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итәләр һәм 500 һум штраф һалалар. Артабан ҡатыраҡ яза биреләсәк.
Төҙәтмәләр Административ һәм Хөкөм кодекстарына индерелгән. Күк мигалкалы махсус хеҙмәттәр – полиция, ашығыс ярҙам, янғын һүндереү, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы машиналары хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ иткән өсөн яңы штрафтар билдәләнә. Хәҙерҙән элеккесә 500 һум түгел, ә 3–5 мең һум түләргә тура киләсәк, машинаға идара итеү хоҡуғынан 1–3 айға түгел, 1 йылға тиклем мәхрүм итәсәктәр.
Хөкөм кодексына индерелгән төҙәтмәләр тиҙ ярҙам хеҙмәте машинаһына юл бирмәүселәргә ҡағыла. Әгәр уларҙың был ҡылығы пациенттың сәләмәтлегенә ауыр зыян килтерһә, 80 мең һумға тиклем штраф, 3 йылға тиклем иректе сикләү йә иһә 2 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу ҡаралған. Әгәр ҙә сирле кеше үлеп китә икән, 4 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Рәсми рәүештә закон “медицина хеҙмәткәренең законлы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ итеүгә” арналған. Тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән – пункттарҙың береһе генә. Шулай уҡ үҙ эшен башҡарырға тырышыусы табипҡа теләһә ниндәй физик ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.
Ипотека каникулдары тураһында
Ауыр тормош хәлендә ҡалған рәсәйҙәр өсөн «ипотека каникулдары» тураһында закон үҙ көсөнә инде.
31 июлдән ауыр тормош хәлендә ҡалған, мәҫәлән, эшен юғалтҡан йәки айлыҡ килеме һиҙелерлек кәмегән заемсы банкка мөрәжәғәт итеп, бер ниндәй штрафһыҙ кредит түләүҙе туҡтатып торорға хоҡуҡлы.
Хеҙмәт менән 15 миллион һумдан артмаған кредиттар буйынса ярты йыл файҙаланырға мөмкин. Ошо ваҡытта заемсы аҡса түләүҙәрен туҡтата йәки уларҙың күләмен кәметә ала.
Был осорҙа аҡса түләмәү тураһында мәғлүмәт кредит тарихының мәғлүмәт бүлегенә индерелмәй.
Бынан тыш, «ипотека каникулдары» ваҡытында заемсының залогҡа һалынған берҙән-бер торлағын тартып алыу тыйыла.
Ауыл старосталары тураһында закон
Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул иткән «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» закон үҙ көсөнә инде.
Уға ярашлы, старосталарҙы биләмәләрҙең йәки ҡала советтарының (тораҡ пункт ҡала составына ингән осраҡта) вәкәләтле органдары тәғәйенләргә тейеш. Ауыл старосталары вәкәләттәре ваҡыты - икенән биш йылға тиклем.
«Ауыл старосталары институтының тамырҙары алыҫ үткәндәргә барып тоташа. Ул илебеҙҙең төрлө халыҡтарында элек-электән булған, республикала йәшәүселәргә яҡшы аңлашыла, – тип билдәләне Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Беҙ старосталарҙы урындағы үҙидара органдарының беренсе ярҙамсылары булараҡ ҡарайбыҙ. Ауылда йәшәүселәр араһында йәмғиәт өсөн әһәмиәтле, мәҫәлән, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, физик культураны, художестволы ижадты, халыҡ кәсептәрен үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә теләгән һәм үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған әүҙем кешеләр бар. Элек әүҙемселәрҙең тейешле вәкәләттәре булмауы сәбәпле, ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле ҡатмарлыҡтар була торғайны. Ауыл старостаһы статусы был проблеманы юҡҡа сығара».
Законда старосталарҙы уҡытыу, шулай уҡ иң яҡшы старосталарҙы асыҡлау буйынса республика һәм муниципаль конкурстарын ойоштороу сараларын уҙғарыу ҡаралған.
«Старосталарҙың үҙ бурыстарын йәмәғәт башланғысында йәғни бының өсөн аҡса алмайынса тормошҡа ашырасағын иҫәпкә алып, старосталарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурстар һәм башҡа саралар үткәреү айырыуса көнүҙәк», – тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
Старосталар граждандар сходы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Документта шулай уҡ ауыл старостаһы булырға теләгән кешеләргә талаптар, старосталарҙың вәкәләттәре яҙылған.
“Башҡортостан Республикаһында биологик һыу ресурстарын һаҡлау һәм балыҡсылыҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон үҙ көсөнә инде. Ул һәүәҫкәр балыҡсылыҡ мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи яҡтан көйләй.
Документ дөйөм файҙаланыу һыу ятҡылыҡтарында граждандарҙың ирекле һәм бушлай балыҡ тотоуға хоҡуғын нығыта. Шул уҡ ваҡытта законда һәүәҫкәр балыҡсылыҡ өлкәһендәге сикләүҙәр, рөхсәт ителгән балыҡ тотоу саралары, рөхсәтһеҙ алымдар билдәләнгән.
Республика парламенты рәйесе әйтеүенсә, һәүәҫкәр балыҡсылыҡ өлкәһе оҙаҡ ваҡыт республикала ла, федераль кимәлдә лә көйләнмәне.
Башҡортостан өсөн был мәсьәлә айырыуса актуаль. Көньяҡ Уралдың биоресурстарға бай йылғалары, һыу һаҡлағыстары беҙҙең республикала халҡын ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә ылыҡтыра. Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһында федераль закондың яҙмышы ҡатмарлы. Ул Дәүләт Думаһында ете йыллап ҡаралды һәм күптән түгел, ниһайәт, ҡабул ителде.
Уның ҡайһы бер положениелары 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғына үҙ көсөнә инәсәк.