“Маяҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында өсөнсө сменала ял итеүселәр өсөн Башҡортостандың ете мөғжизәһенә арналған танып белеү дәрестәре үтте. Башҡорт ҡурайының 1812 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышындағы ролен өйрәнеү дәрестәрҙең бер темаһы булып торҙо.
Өлкән вожатый В. Ураҙгилдин башҡорт яугиренең рухи донъяһын формалаштырыуҙа ҡурайҙың ҙур роль уйнауы тураһында һөйләне. Ҡурай тыуған ерҙең образын сағылдырып, тыуған төйәк менән бәйләнеш сығанағы булып торған. Тыуған ер символы булараҡ, был музыка ҡоралы башҡорттарҙың тәрән һөйөүен яулаған. Ҡурайҙа уйнау күңел асыу сараһы ғына булмаған, музыка аша улар үҙ кисерештәрен, эске рухи донъяһын, тормош шарттарын, тарихын сағылдырған.
Ҡурайҙа башҡарылыусы 300-ҙән ашыу көй билдәле: “Батырша”, “Ҡараһаҡал маршы”, “Салауат”, “Салауат маршы”, “Тәфтиләү” һ.б. Уларҙа башҡорт халҡының тарихы, күп һанлы ихтилалдар, батырҙар тураһында бәйән ителә.
Башҡорттарҙың 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы шулай уҡ халыҡтың музыкаль мәҙәниәтендә сағылыш тапҡан. Һуғыш тәьҫирендә “Ерән ҡашҡа”, “Француз көйө”, “Батыр егет”, “Икенсе Армия”, “Ҡаһым түрә”, “Наполеон Бонапарт”, “Любизар”, “ Кутузов” кеүек көйҙәр ижад ителгән.
Дәрес барышында билдәле ҡурайсыларҙың сығыштары менән видеофильмдар күрһәтелде. Балалар ҙур ихласлыҡ менән ҡурай моңдарын тыңланы, күптәре халыҡ ҡоралында уйнарға өйрәнеү теләген белдерҙе.