Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 11:45

ТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘҘЫ ӨЙРӘНӘБЕҘ

Һүҙ ҙә юҡ, уҡыусылар өсөн яратҡан ял төрө булып экскурсия, походтар тора. Шуға күрә лә ”Йәшлек” үҫмерҙәр клубы йәй көндәрендә палаткалағы лагерҙар, йылға буйлап кәмәлә ағыу кеүек, ҡыҫҡаһы, тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял итеүҙе ойоштора.

Ошо көндәрҙә балалар төркөмө бер нисә көнлөк походтан ҡайтты, ул “Тыуған һуҡмаҡтар буйлап” программаһы буйынса төҙөлгән ине. Походта 12 йәштән алып 17 йәшкә саҡлы уҡыусылар ҡатнашты. Балалар катамарандарҙа Әй йылғаһы буйлап ағып төштө. Сәфәр барышында көн режимы теүәл үтәлде. Сәйәхәтсе уҡыусылар палаткаларҙа йәшәне һәм улар өсөн тулы ҡиммәтле туҡланыу ойошторолдо, улар райондың тарихи һәм иҫтәлекле урындарында булды. Бында балалар бер команда булып эш итергә өйрәнде. Төрлө конкурстар, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса лекциялар, ҡыҙыҡлы уйындар, һыу инеү һәм тиңдәштәре менән аралашыу – былар барыһы ла балаларҙың ялын онотолғоһоҙ итте. Сәфәрҙән үҫмерҙәр иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар, күңел күтәренкелеге алып, көс йыйып һәм күңелле итеп ял итеп ҡайтты.
Читайте нас: