Был көндө үҙ байрамын “Ҡанатлы гвардия” билдәләй, уларҙы халыҡ араһында “зәңгәр беретлылылар” тип тә йөрөтәләр. Район хәрби комиссариаты иҫәбендә 80-дән артыҡ һауа-десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе иҫәпләнә. Был данлы десантсылар араһында Әмир Әхмәтов та (һүрәттә) бар.
Әмир Зәки улы Әхмәтов сығышы менән Абзай ауылынан. 2012 йылда Мәсәғүт педагогия колледжының икенсе курсы студенты булған саҡта Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Егет РФ Һауа-десант ғәскәрҙәренең Омск ҡалаһындағы 242-се уҡыу үҙәгенә тура килә. Бында ул БМД-2 водителе-механигы һөнәрен үҙләштерә. Артабан кесе сержант Әхмәтовты взвод командиры урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. Ул үҙе йәш һалдаттарҙы хәрби техника менән идара итергә өйрәтә башлай.
“Иң беренсе тапҡыр хәрби ҡоралһыҙ парашютта төшкәнемде хәтерләйем. Артыҡ ҡурҡманым, ә бына ҡыҙыҡһыныу, бейклекте яулау теләге көслө булды, һауала булған кисерештәр әле лә иҫемдә,” – тип хәтерләй десантсы. Ул АН-2 самолетынан 900 метрҙан 5 тапҡыр һикергән. Намыҫлы хеҙмәте өсөн хәрби часть етәкселеге тарафынан бер нисә тапҡыр маҡтау ҡағыҙы алған. Шулай уҡ уның ата-әсәһенә лә рәхмәт хаты килгән.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, колледжда уҡыуын тамамлап ҡуя. 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 2017 йылда йәш егетте Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы бүлексәһенә эшкә саҡыралар. Әле ул ИВС-та дежур булып хеҙмәт итә.