Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2019, 15:07

ҠОРБАН БАЙРАМЫ ЯҠЫНЛАША

Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың иң төп байрамдарының береһе булып тора. Ул башҡа бер мөһим байрамдан – Ураҙа ғәйетенән һуң 70 көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә байрам ителә.

Нигеҙҙә һарыҡ малы ҡорбан итеп салына. Итте өс өлөшкә бүләләр, береһен ғаилә өсөн ҡалдыралар, икенсеһен – туғандарға һәм күршеләргә, өсөнсөһөн мохтаждарға таратып бирәләр. Ҡорбан байрамы – барлыҡ мосолмандар өсөн иң изеге һәм яҡты көн. Һеҙҙең барығыҙға ла тыныс һәм матур тормош теләйем. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек оҙата барһын.
М. Ғибаҙуллин, имам-мөхтәсиб.

Читайте нас: