Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2019, 14:32

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин “Р.М. Нотфуллин” КФХ-һының Туҡай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан йәйге лагерында булды.

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин “Р.М. Нотфуллин” КФХ-һының Туҡай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан йәйге лагерында булды.

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин “Р.М. Нотфуллин” КФХ-һының Туҡай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан йәйге лагерында булды. Бында һыйырҙарҙы һауыу залы файҙаланыуға индерелгән, 0,60 га майҙанлы ялан кәртә тимер ҡойма менән кәртәләнгән. Фермер һыу һәм канализация үткәргән. Йыуыу урыны төҙөлә, тиҙҙән бында һөт һыуытҡыс танкер ҡуйыласаҡ.
Рифат Мулламөхәмәт улы Нотфуллин бәләкәйҙән хеҙмәттән тәм табырға өйрәнгән. Элек Тимирязев исемендәге колхоз бригадиры булып эшләгән, колхоз тарҡалғас, ҡул ҡаушырып ултырмай. 2012 йылда ҡатыны Лена Мазһар ҡыҙы менән фермерлыҡ эшенә тотоналар.
Был ваҡытта уларҙың биш һыйыры, шунса уҡ быҙауы һәм йәш һыйыр малы була. Аҡрынлап табыш керә башлай. Ит һәм һөт һатып, мал аҙығы әҙерләү техникаһы алалар.
Аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлдәр торошон анализлап, Нотфуллиндар һөтсөлөк менән етди шөғөлләнергә хәл итә. Рифат Мулламөхәмәт улы ғалимдар уҙғарған семинарҙарҙа ҡатнаша, илдең алдынғы хужалыҡтарына тәжрибә өйрәнергә бара. 2017 йылда фермерҙар “Малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, Грант аҡсаһына 18 баш ҡара сыбар тоҡом тана һатып ала. Ә 2018 йылда Дыуан районы “Ярославский” АПК-һынан йәнә 15 баш тоҡомло мал алалар. Элиталы мал өсөн дәүләт субсидия бирә.
Бөгөн фермерҙың һауын көтөүендә 42 баш тоҡомло һыйыр һәм нәҫел үгеҙе иҫәпләнә. Бөтәһе 90 баш малдары бар. Әлеге ваҡытта тулайым һауым 400 центнерҙан ашыу, һәр һыйырҙан көнөнә 20,5 кг һөт һауып алалар. “Һыйырҙарҙы һауырға яҡындарыбыҙ: киленебеҙ Алия менән һеңлебеҙ Динә ярҙам итә. Әлегә ике һауыу аппараты бар, киләсәктә уларҙы арттырырға ниәтләйбеҙ. Малдарҙы Илнур Носратуллин көтә. Өҫтәмә рәүештә киске көтөү ҙә ойошторолған. Малдар алдынан тоҙ өҙөлмәй, витаминдар һәм минералдар менән байытылған ҡатнаш аҙыҡ бирәбеҙ.
Көҙгә йәнә 30 баш тоҡомло һыйыр алырға планлаштырабыҙ,” – тип уртаҡлаша Рифат Мулламөхәмәт улы.
Мал аҙығы әҙерләүҙә балалары ярҙамлаша.
“Өс тәгәрмәсле тракторыбыҙ, өс йыйғысыбыҙ бар. Икеһе бесәнде рулондарға төрә, береһе төктәргә преслай. Шулай уҡ ике мал аҙығы урыу комбайны һатып алғанбыҙ. 300 гектар ерҙе арендалайбыҙ, киләһе йылда фураж өсөн иген культуралары, бесән өсөн мал аҙығы культуралары сәсеүҙе планлаштырабыҙ,” – ти фермер.
Ысынлап та, малдарҙы дөрөҫ ҡарағанда, һөтсөлөк тармағы рентабелле булып тора. Бөгөн Нотфуллиндар һөттө литрын 18 һумдан һата, ҡуйылығы өсөн йәнә лә 4,2 һум өҫтәп түләнә.
Нотфуллиндар – бик эшһөйәр ғаилә. Һыйыр малдарынан тыш, ҡаҙ, тауыҡ, бройлер аҫрайҙар. Барлыҡ уңайлыҡтары булған ҙур йорт һалып ингәндәр. Баҡсаларында алты умарта урын алған. Фермерҙар татыу һәм етеш йәшәй.
Читайте нас: