11 август –Умартасылар көнөРайонда байтаҡ кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, улар араһында был эш буйынса һөнәри белгес булғандар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Вәкиер ауылы кешеһе менән беҙ күптәнән таныш. Хәлим Ҡәҙеров күп тапҡыр умартасыларҙың республика, район конкурстарында еңеп сыҡҡан, Чкалов исемендәге колхозда был өлкәлә 30 йылдан артыҡ эшләгән һәм бөгөн дә яратҡан эшен дауам итә.
“Минең атайым Хәмит Хәбир улы колхозда механизатор булды, ул ваҡыттағы бар хужалыҡтарҙағы һымаҡ йорт тулы мал булды, бал ҡорттары ла тота ине. Атайым таңдан кискә! Саҡлы ҡыр эшендә булды. Туғыҙ йәш тирәһендә үк йорт хужалығы эштәрендә мин уны алмаштыра башланым, миңә күбеһенсә бал ҡорттары менән булышыу оҡшай ине,” – тип хәтерләй Хәлит Хәмит улы. Атаһы үрнәгендә ул һигеҙенсе класты тамамлағас ярославка училищеһына механизаторҙар курсына уҡырға инә. Артабан Совет Армияһы сафтарында Чехославакияла хеҙмәт итеп ҡайта.”Атайым гәзиттә Михайловка ауыл хужалығы училищеһы умартасылар әҙерләй башлауы хаҡында белдереү уҡый. Абрар Фәттәх улы менән осрашып, үҙ пландарым менән бүлештем. Ул миңә юнәлтмә бирергә вәғәҙә итте һәм үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Әммә мин уҡып бөткәндә унда башҡа кеше эшләй ине, мин туған колхозыма ҡайттым. 1983 йылда эш башланым, тәүҙә 20 баш умарта ғына бар ине, һуңынан уларҙы 120 башҡа еткерҙем,” – тип һөйләй Х. Ҡадыров.
Эш дәүерендә ул бай тәжрибә туплай, һәр саҡ яңы технологияларға ынтыла, был уникаль бөжәктәр хаҡында күберәк белергә ынтыла. Үҙе умарталар һәм уларға рамдар әҙерләй. Үҙенең бал ҡорттары һымаҡ тырышып һәм һәм бар тырышлығын һалып эшләй. Уның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтенең емештәре хаҡында күп һанлы колхоз идаралығынан алып республиканың ауыл хужалығы Министрлығы исеменән алған дипломдары, маҡтау грамоталары һөйләй. Х.Ҡадыров районда умартасылыҡ буйынса дан алған, биш йыллыҡтар алдынғыһы булған оҫта. Вәҡиер умартасыһы СССР Халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалын яулаусы. Уның даны республикала һәм тирә-яҡҡа таралған. Колхоз идаралығы балды премия рәүешендә колхозсыларға ла тарата. Хуш еҫле бал механизаторҙарҙың ҡыр станы өҫтәлдәренән дә өҙөлмәй ул йылдарҙа.
Колхоз ҡоролошо эштән туҡтағас Хәлил Хәмит улы алма баҡсаһында урынлашҡан үҙ умарталығында ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Оҫта өйө эргәһендә 45 бал ҡорто ояһына ҡышҡылыҡҡа өй төҙөгән. “Мин иң уңышлыһы тип 1990-1991 йылдарҙы иҫәпләйем,бер күстән 55 кг тауар балы алдым. 2016 йылда 20 умартанан 33 фляга бал алдым. Умарталарым магазинлы, тик көслө күстәрҙе генә ҡалдырам. Урта Рәсәй тоҡомона өҫтөнлөк бирәм. Ҡорт инәһен йыл һайын алмаштырам. Бал ҡорто күстәрен һатыу менән дә шөғөлләнәм”, – тип бүлешә үҙ эшенең серҙәре менән Хәлим Хәмит улы. Тәжрибәле умартасының үҙ йолалары бар. Яҙғы һыуыҡҡа ҡарамай ул апрель айы башында уҡ умарталарын тышҡа сығарған. Умарталыҡ эргәһендә ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн уның эргәһенә мульча һибергә кәрәк. “ Көслө күс түбән температураға бирешеп бармай, әммә күберәк туҡланыу талап итә”, – ти ул. ”Балды бал ҡорттары кәрәҙҙәрен (баҫтырғандан запечатать ) һуң ғына ағыҙып алырға кәрәк, шулай уҡ был эште һуңлатыу ҙа бал ҡорттары өсөн зыянлы, уларға август айында ҡышҡылыҡҡа туҡланырлыҡ һәм йәш ҡорттар үрсерлек бал йыйһын өсөн ваҡыт ҡалдырам. Унан һуң һауа температураһы 14 градустан түбән булғанда баллы үҫемлектәр һутты бик аҙ бүлә,”тип умарталыҡ оҫталыҡтары үҙенсәлектәрен аса ул.
Беҙ Ҡадыровтарға ямғырлы көндө килгән инек. Ямғыр туҡтауһыҙ ҡойҙо, һыуыҡ һәм еүеш ине. Умартасы медагонды һәм ябылған кәрәҙҙәрҙе аш бүлмәһенә кертте һәм тормош иптәше Гөлшат Салауат ҡыҙы менән бал айыртырға әҙерләнделәр. Балдың сифатлы булыуына беҙ ихлас ышанһын өсөн умартасы уны ҡалаҡҡа һалып болғап күрһәтә, бал таралып китеп ағып төшмәй – тимәк уға һис бер сит нимә ҡушылмаған. Шулай уҡ сифатлы бал өҙлөкһөҙ һуҙылып ағып төшә. Улар ҡунаҡсыл һәм ихлас ғаилә, тағы ла хужалыҡтарында эре мөгөҙлө мал һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар.