Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2019, 13:28

АУЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНА – ГРАНТТАР

Район мәғариф учреждениеларының 4 йәш уҡытыусыһы 600 мең һумлыҡ грант алыуға конкурста ҡатнаша.

Конкурс шарттарына ярашлы, мәктәптә кәмендә 2 йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар был грантҡа дәғүә итә ала. Һәр ҡатнашыусы шәхси һөнәри үҫешкә, мәктәпте үҫтереүгә һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын арттырыуға йүнәлтелгән мәғариф проектын әҙерләгән.
Бынан тыш, грантҡа дәғүә итеүселәр ярашлы мәктәптә матди ярҙам алғандан һуң 10 йыл эшләргә йөкләмә алырға тейеш. Грант алғандан һуң хеҙмәт килешеүен өҙөү отошло булмаясаҡ. Сөнки уҡытыусыға өс ай дауамында аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк, тип хәбәр иттеләр беҙгә мәғариф бүлегендә.

Читайте нас: