Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2019, 13:24

ЕТЕ АЙҘА – ЙӨҘ БӘПЕС

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы ЗАГС бүлеге йылдың “юбилейлы” бәпесен ҡотланы. 2019 йылда йөҙөнсө сабый 18 июлдә донъяға килгән.

Был шатлыҡлы ваҡиға Юнир һәм Олеся Хәмиҙуллиндарҙың ғаиләһендә билдәләнде. Ғаиләлә ҡыҙ өсөнсө бала булып донъяға килгән, ата- әсәһе уға Риана тип исем ҡушҡан. Ата-әсәне район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин йылы ҡотланы. Ғаиләгә ул уңыш, һаулыҡ һәм изгелектәр, ныҡлы бәхет теләне. Ҡыйғы районы ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. Мөхәмәтдинова бәхетле ғаиләне шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, яңы тыуған балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.
Шулай уҡ сабыйҙың ата-әсәһен “Ғаилә” бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡотланы һәм балаларын илдең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләргә саҡырҙы.

Читайте нас: