Тантаналы сарала район һәм ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, дин әһелдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Ағас бина берлектәге көс менән төҙөлгән: ауыл халҡы аҡса ла йыйған, төҙөлөш эштәрендә лә ҡатнашҡан. Мәсетте төҙөтөүгә ауыл Советы депутаты Нуриман Нурулла улы Мөхәмәтдинов ҙур өлөш индергән. Әйткәндәй, ул үҙе имам- хатип бурыстарын башҡарасаҡ.
Мәсет асылыуы, һис шикһеҙ, сүрбайҙар өсөн әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Бында йома намаҙҙары уҡыласаҡ, исем ҡушыу, никах йолалары башҡарыласаҡ, дини байрамдар үтәсәк. Әйтергә кәрәк, Сүрбай ауылы – райондың иң төпкөл ауылдарының береһе. Бында 65 йорт, 201 кеше иҫәпләнә. Ошо турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.