Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2019, 11:32

“ТЫНЫС ТОРМОШТА ТӨҘӨҮ“- ШАТЛЫК"

Беҙҙең уңған, оҫта ҡуллы төҙөүселәребеҙҙең хеҙмәте район эсендә барған төҙөлөштәрҙә генә һорау менән файҙаланмай. Кранда эшләүсе Рәүзил Зыяев 1988 йылдағы ер тетрәүенән һуң Әрмәнстандың Спитак ҡалаһын һәм Саарт ҡасабаһын емереклектәрҙән тергеҙеүҙә ҡатнаша.

Рәүзил Әнүәр улы Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә хәрби төҙөүсе һөнәренә эйә була. 1973 йылда МСО-ға экскаваторсы булып эшкә урынлаша. “1974 йылда ойошма “К-121” кранын һатып алды һәм мине ошо һөнәрҙе үҙләштерергә уҡырға ебәрҙеләр. Көслө күтәреү техникаһы ярҙамында беҙ тимер-бетон изде- лиелар, арматура цехтарын, автомашиналар өсөн гаражды ҡулланыуға тапшырҙыҡ. Һуңынан башҡа ҙур объекттарҙа эштәр барҙы,” – тип һөйләй ул.
1987 йылда хеҙмәт һөйөүсән һәм яуаплы Рәүзил Әнүәр улын механик итеп ҡуялар.
1988 йылдың ноябрь айында Әрмәнстанда көслө ер тетрәүе була, республиканың ҡала һәм ауылдары емереклектәр аҫтында ҡала. “Башҡортостан ауыл төҙөлөшө” идаралығы бойороғо менән Р. Зыяевты унда механизацияланған отряд начальнигы итеп ебәрәләр. Берекмәнән катастрофа булған урынға 60 берәмек техника ебәрелә.
“Эшләү бик ҡыйын ине, һәр сәғәт һайын ер аҫты һелкенеүҙәре ҡабатланып торҙо. Беҙҙең менән бергә Франциянан кинологтар эшләне. Емерек өйҙәрҙең береһендә ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында тере ҡалған ир кешене һәм баланы таптыҡ. Беҙ бит тыныс күк аҫтында эшләргә күнеккәнбеҙ, беҙҙең һөнәребеҙ ҙә – тыныс тормош һөнәре,” – тип хәтерләй ул үткән көндәрҙе.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, Рәүзил Әнүәр улын баш механик итеп тәғәйенләйҙәр, был вазифаны хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡара. Р. Зыяев бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, РФ-ның Почетлы төҙөүсеһе булып тора. Өс биш йыллыҡ дауамында коммунистик хеҙмәт ударнигы, социалистик ярыш еңеүсеһе була. Тормош иптәше Нәзирә Муллағәли ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Валерий – инженер- нефтсе, Ринат атаһы юлынан киткән, ҡыҙҙары Азалия Трехгорный ҡалаһында эшләй. Зыяевтарҙың ейән- ейәнсәрҙәре үҫә.

Читайте нас: