Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2019, 11:43

УҠЫРҒА БЕР ҠАСАН ДА ҺУҢ ТҮГЕЛ

Беҙ тормошта байтаҡ нәмәне ваҡытында эшләргә өлгөрмәйбеҙ, ә заман беҙгә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Миңә лә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында машина руле артына пенсияға сыҡҡас ҡына ултырырға тура килде. Таныштарымдың кәңәше менән районда байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән урындағы ДОСААФ бүлегенең водителдәр әҙерләү курсына яҙылдым.

Был тырыш коллективты ҙур тәжрибәгә эйә В. Фәхретдинов етәкләй. Ойошма районда үткәрелгән барлыҡ спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша, йәштәр өсөн төрлө ярыштар ойоштора, ҡыҫҡаһы, бөтә эш йүнәлештәре буйынса ла ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Йыл һайын 360 курсант, 50- нән артыҡ хеҙмәткә саҡырыласаҡ егеттәр бында уҡып, водитель таныҡлығы алып сыға.
Имтихандар, әлбиттә, ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, эске көсөргәнеш тыуҙыра. Етмәһә, йыл һайын буласаҡ водителдәргә ҡарата талаптар көсәйтелә бара. Эске эштәр министрлығының Дыуан районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе теркәү-имтихан төркөмө инспекторҙары имтихандар ваҡытында курсанттарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәттә булыуҙары менән ыңғай мөхит барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ курсанттарҙың имтихандарҙы уңышлы биреүенең нигеҙендә, әлбиттә, инст- рукторҙар М. Зәйнетдиновтың, Ф. Ғайсиндың, А. Кәлимуллиндың, А. Мөхәмәдйәновтың тырыш хеҙмәте һәм үҙ тәжрибәһен тапшыра белеү оҫталығы ята. Алсаҡ хеҙмәткәрҙәр Р. Талипова, Ф. Ғәйфуллина документтарҙы тултырырға ярҙам итә.
Бар ата-әсәләрҙе, бигерәк тә егеттәрҙең ата-әсәләрен, беҙҙең “ҙур тиҙлекле” заманда балаларына файҙалы һәм кәрәкле булған өҫтәмә һөнәр алыуҙа ярҙам итергә саҡырам.
Р. Йосопова. Үрге Ҡыйғы ауылы.

Читайте нас: