Мәғлүмәт блогында республика ҡала- райондары тәбиғәт-ресурс потенциалы, инфраструктураһы, майҙаны тураһында мәғлүмәт бар. Ошонда уҡ бойомға ашырылыусы һәм планлаштырылған инвестпроекттар исемлеге бирелгән. Порталда етәкселәрҙең һәм инвестицион вәкилдәрҙең белешмәләре лә бар. Бизнес һәм инвестициялар өлкәһендә Берҙәм порталда Башҡортостандың интерактив инвестицион картаһы урынлаштырылған. Ул иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы инвестицион майҙансыҡтарҙы, шулай уҡ транспорт һәм инженерия инфраструктураһын күрһәтеү өсөн булдырылған.