Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2019, 14:08

Республикала нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала

Башҡортостанда радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөргәндә нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының тейешле бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөргәндә нурланыш алған кешеләр ике аҙналыҡ өҫтәмә ялға дәғүә итә ала.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының тейешле бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, техноген аварияларҙа һәм һәләкәттәрҙә, ядро һәм термоядро ҡоралын һынағанда радиация нурланышына дусар булған граждандарға 14 көнлөк түләүле отпуск бирелә.
Радиация тәьҫире арҡаһында нур ауырыуын кисергәндәр, эҙемтәләрҙе бөтөрөүселәр, Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияла имгәнгәндәр, 1988-1990 йылдарҙа «Укрытие» объекты өҫтөндә эшләгәндәр, инергә ярамаған зонанан эвакуацияланғандар өҫтәмә отпускыға дәғүә итә. «Маяк»тағы аварияла зыян күргәндәр, ядро һәм термоядро ҡоралын һынаусылар, шулай уҡ Семипалатинск полигонында һынауҙар ваҡытында радиация тәьҫире зонаһында ҡалған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙең дә льгота менән файҙаланыу хоҡуғы бар.
Тулы исемлек Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы документында бирелгән.
Читайте нас: