Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2019, 12:06

ШАЯРЫУ ХАҠЫ ЮҒАРЫ

“112” – был һанды һәр кеше белергә тейеш, сөнки ашығыс хеҙмәттәрҙе ваҡытында саҡырыу кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлап ҡала. Ләкин йыш ҡына был мөһим номерға ҡайһы берәүҙәр юрый ғына, шаяртып шылтырата.

“112” – был һанды һәр кеше белергә тейеш, сөнки ашығыс хеҙмәттәрҙе ваҡытында саҡырыу кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен һаҡлап ҡала. Ләкин йыш ҡына был мөһим номерға ҡайһы берәүҙәр юрый ғына, шаяртып шылтырата.
Тәүлек һайын Республика шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге диспетчерҙары 7000-гә тиклем шылтыратыу ҡабул итә. Быйылғы йылдың 6 айында был үҙәк 1 миллион 100 мең шылтыратыуҙы ҡабул иткән һәм эшкәрткән. Һәм уларҙың 52 проценты “ялған”, “балалар шаярыуы” категорияһына ҡарай.
Ялған шылтыратыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, 2 категорияға бүленә: уйҙырма ваҡиғалар тураһында белдереүҙәр һәм балалар шаярыуы. Бынан тыш, өлкәндәр һәм балалар “112” номерына шылтыратып, сим-карта эшен тикшерә йә иһә урынһыҙ һорауҙар биреп йөҙәтә.
Ялған шылтыратыуҙар диспетчерҙарҙы төп эштәренән бүлдерә, линияны биләй һәм элемтә каналына көсөргәнеш бирә. Ә был ваҡытта кемдер ысынында ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, медиктар ярҙамына мохтаж. Бындай осраҡта һәр секунд иҫәпле. Шуға ла ата-әсәләргә урынһыҙ шаяртыуҙарҙың эҙемтәләре тураһында балаларына аңлатырға, уларға кәрәкһеҙгә телефон бирмәҫкә кәрәк.
Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: ашығыс хеҙмәттәргә күрәләтә ялған саҡырыу биргән өсөн – административ яуаплылыҡ, ә терроризм акты тураһында ялған хәбәр өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.
Ашығыс хеҙмәттәр номерҙары буйынса һәр шаярыуҙың кемдеңдер мөлкәте, сәләмәтлеге һәм хатта ғүмеренә торошло булыуы мөмкин!


Р. Сәхәүетдинов,

Ҡыйғы районы муниципаль райондың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе.
Читайте нас: