Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 12:26

ДАЧА АМНИСТИЯҺЫ ОҘАЙТЫЛДЫ

Рәсәйҙә «Дача амнистияһы» 2020 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды Хәҙер граждандар тағы ике йыл шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарын, ер участкаларын һәм ҡаралтыларын ябайлаштырылған тәртиптә мөлкәткә рәсмиләштерә ала.

Рәсәйҙә «Дача амнистияһы» 2020 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды
Хәҙер граждандар тағы ике йыл шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарын, ер участкаларын һәм ҡаралтыларын ябайлаштырылған тәртиптә мөлкәткә рәсмиләштерә ала.
Атап әйткәндә, кадастр паспортын рәсмиләштереү процедураһын урап үтеп – ергә, ә өйгә уны файҙаланыуға тапшырыуға мотлаҡ рөхсәтһеҙ ҙә таныҡлыҡ алырға мөмкин.
Закон шулай уҡ Рәсәй төбәктәре тарафынан кадастр эштәре өсөн максималь хаҡтар билдәләү мөмкинлегенең дә срокһыҙ нормаһын ғәмәлгә индерә. Бынан тыш, баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзаларына дөйөм файҙаланыу ерҙәренә ингән ер участкаларын льготалы бушлай биреү срогы оҙайтыла.
Читайте нас: