Ләүзә урта мәктәбендә 20 йыл элек хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған Дмитрий Евгеньевич Силко иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль таҡта эргәһендә хәтер митингыһы үтте.
Яугирҙе иҫкә алырға ата-әсәһе, дуҫтары, туғандары, уҡыусылар һәм ауыл халҡы йыйылды.
Йыйылыусылар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориаль таҡтаға сәскәләр һалды, Хәтер шәме яндырылды һәм Л. Бетховендың “Ай сонатаһы” яңғыраны. Уҡыусы А. Монасов Диманың иҫтәлегенә О. Трощицева яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе.