Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 12:16

ИҒТИБАР: ЮЛДАРҘА БАЛАЛАР!

Көн һайын республикала автомобиль авариялары теркәлә, уларҙа эшкә һәләтле йәш кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә, ЮХХДИ-ның тәүлек мәғлүмәттәре ҡайһы саҡ “фронттан хәбәрҙәр” төҫөн ала. Балаларҙың зыян күреүе уғата үкенесле.

Йыл башынан район юлдарында 53 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙың һигеҙендә зыян күреүселәр бар. Аварияларҙа бер бала һәләк булған, алты бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Бәлиғ булмағандарҙың юл-транспорт травматизмына тарыуын киҫәтеү, балалар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау маҡсатында 9 сентябргә тиклем районда “Иғтибар – балалар!” операцияһы уҙғарыла.
Ата-әсәләргә балаларҙы юлдарҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтергә кәрәк. Балағыҙҙа хәүефһеҙлек күнекмәләрен нығытыуға ни тиклем күберәк иғтибар бирәһегеҙ, уның ЮХХДИ сводкаһына эләгеү ихтималлығы шул тиклем кәмерәк.
Әгәр автомобиль салонында пассажир бала булһа, уның ғүмерен һәм сәләмәтлеген ҡайғыртып, махсус яйланмалар, хәүефһеҙлек ҡайыштары файҙаланығыҙ.
Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар теләйбеҙ!

Е. Куклин, ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы.
Читайте нас: