Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2019, 12:42

ҺАРЫ АВТОБУСТАРҒА – ЙӘШЕЛ УТ

Яңы уҡыу йылы алдынан комиссия мәктәп автобустарының әҙерлеген тикшерҙе. Районда барлығы 25 мәктәп автобусы иҫәпләнә, уларҙың бишеһе быйыл һатып алынған.

Яңы уҡыу йылы алдынан комиссия мәктәп автобустарының әҙерлеген тикшерҙе. Районда барлығы 25 мәктәп автобусы иҫәпләнә, уларҙың бишеһе быйыл һатып алынған.
Тикшереүҙең төп маҡсаты – балаларҙы юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөтөүҙе тәьмин итеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларын киҫәтеү. “Транспорт сараларының техник торошона, уларҙа хәүефһеҙлек ҡайыштары, тахографтар булыуына, тормоз системаһы, яҡтылыҡ приборҙары төҙөклөгөнә, шиндарҙың торошона һәм хәүефһеҙлеккә йоғонто яһаусы башҡа параметрҙарға төп иғтибар бирелде,” – тип һөйләне беҙгә ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса өлкән инспекторы Р. Ғатауллин.
Комиссия ағзалары водителдәргә балаларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуаплы булыуҙарын иҫкә төшөрҙө.


Автор фотоһы.

Читайте нас: