Белем көнө алдынан Рәсәй почтаһы социаль акция иғлан итә. Уның барышында теләгән һәр кем уҡыу кәрәк-яраҡтары менән посылка ебәреп, балалар учреждениеларына ярҙам күрһәтә ала.
Һәр почта бүлексәһендә әҙер йыйылмалар һатыла, улар эсенә дәфтәрҙәр, альбом, буяуҙар, ручка-ҡәләмдәр инә. Бүлексә операторҙарында 1 сентябргә посылка ебәрергә мөмкин булған социаль учреждениеларҙың исемлеге бар.
Исемлектән тыш, посылканы Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан теләһә ниндәй башҡа балалар учреждениеһы адресына ебәрергә мөмкин. Хәйриә йыйылмаһын элемтә бүлексәһендәге башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тулыландырырға була.
Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалы етәксеһе балалар социаль учреждениеларының бер генә тәрбиәләнеүсеһе лә иғтибарҙан һәм күңел йылыһынан мәхрүм ҡалмаҫ, тип ышана.