Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2019, 13:58

ҺИГЕҘ БАЛАЛЫ ҒАИЛӘЛӘРГӘ – 600 МЕҢ ҺУМ

Башҡортостанда быйылдан һигеҙ балалы ғаиләләр ишле ғаилә булып иҫәпләнә. Ярашлы закон Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләнде һәм 2018 йылдың ноябрендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан ҡабул ителде.

Башҡортостанда быйылдан һигеҙ балалы ғаиләләр ишле ғаилә булып иҫәпләнә. Ярашлы закон Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләнде һәм 2018 йылдың ноябрендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары тарафынан ҡабул ителде. Бындай ғаиләләр 600 мең һум күләмендәге субсидия рәүешендә дәүләт ярҙамы алырға хоҡуҡлы. 2001 йылдан башлап 10 балалы ғаиләләргә “Газель” автобустары бирелде. 2008 йылдан микроавтобустар 9 баланан күберәк тәрбиәләүсе ғаиләләргә бүленде. Ошо йылдар эсендә 85 ғаилә машинаға эйә булған. 2015 йылдан алып “Газель” автобусы 600 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүгә алмаштырылды. Дәүләттән алынған ярҙам йорт, мунса, гараж төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға тотонолорға тейеш.
Читайте нас