Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2019, 13:51

ПЕНСИОНЕРҘАР АЛДАНМАЯСАҠ

“Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә Финпотребсоюздың төбәк бүлексәһе пенсионерҙар өсөн бушлай курс асты. Уның барышында финанс белем биреләсәк.

Курсҡа барлыҡ теләүселәр яҙыла ала. Өлкән быуын кешеләре уҡып, яңы белем һәм оҫталыҡҡа эйә буласаҡ. Программа 41 сәғәткә иҫәпләнгән. Дәрестәр лекциялар, практик занятиелар, уйындар формаһында үтәсәк. Пенсионерҙар үҙ аҡсаларын дөрөҫ һаҡларға, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә өйрәнәсәк, финанс пирамида билдәләре, “пенсияға тиклем займ” ни яғы менән хәүефле булыуы, пластик карталарҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, пенсия закондары, вклад һәм кредиттар буйынса проценттар тураһында беләсәк.
Өлкән быуын вәкилдәренең финанс белемен арттырыу бик мөһим, сөнки нәҡ улар мутлашыусылар тоҙағына йыш эләгә, тип билдәләй Финпотребсоюздың Башҡортостан төбәк бүлексәһе белгестәре.
Читайте нас: