Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман-янғын бүлектәре «Юғары әҙерлек» режимына күсерелде, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
«Урмандарҙы һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙе патрулләү көсәйтелә. Был осорҙа халыҡтың урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәүенә, шулай уҡ ҡуртымға алынған урман участкаларында янғынға ҡаршы әҙерлек сараларын үткәреүҙе контролдә тотоуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә», — тиелә белдереүҙә.
Урман фонды биләмәһендә 2019 йылдың 13 апреленән 16 авгусына тиклем 146 урман янғыны теркәлгән, уларҙың 57-һе — халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 36-һы ҡоро үлән яндырыуҙан таралған, икәүһе — линиялы объекттарҙан, 50-һе йәшендән сыҡҡан, берәүһе үҙенән-үҙе янып киткән. Янғындың дөйөм майҙаны 1965 гектар тәшкил иткән.
Янғын хәүефе янаған осраҡта Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәте телефонына (347) 218-14-14) йәки Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға, янғын сығанағын һүндереү өсөн мөмкин булған сараларҙы күрергә кәрәк.
Бынан тыш, «Урманды һаҡлағыҙ» ҡушымтаһы бар, уны Google play, App Store, Windows Store сервистарынан күсереп алырға була, ул тотош илдә ғәмәлдә һәм урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә.