Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2019, 11:36

ТОРМОШ ИЗГЕ ЭШТӘР МЕНӘН МАТУР

Алыҫ 1939 йылда Дыуан районының Әбсәләм ауылында Йосопйән менән Фәтхиәнең ғаиләһендә бишенсе бала донъяға ауаз һала.

Алыҫ 1939 йылда Дыуан районының Әбсәләм ауылында Йосопйән менән Фәтхиәнең ғаиләһендә бишенсе бала донъяға ауаз һала. Атай-әсәйгә яратҡан ҡыҙҙарын туйғансы иркәләп үҫтерергә яҙмай, илдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана, атайҙары һуғышҡа китә һәм, бик күп башҡа ауылдаштары кеүек, унан кире әйләнеп ҡайтмай. Ике йәшлек кенә Фәнүзәнең әсәһе йәшләй биш бала менән тол ҡала. Әлеге йәш быуынға балаларының ғүмерен һаҡлау, уларҙы был ауыр йылдарҙа таралған һәр төрлө аяуһыҙ сирҙән алып ҡалыу өсөн яңғыҙ ҡатынға күпме ауырлыҡтар, йоҡоһоҙ төндәр кисерергә тура килеүен күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын.
Еңеүҙән һуң да төпкөлдә ятҡан ауылда тормош тиҙ генә яҡшыға үҙгәреп китмәй. Ҡыҙҙың артабан уҡырға теләге ҙур була, әммә 7-се класты тамамлағас, фермала һауынсы булып эш башларға тура килә. Өлкәндәр менән бер рәттән тәүлегенә өс тапҡыр бер төркөм һыйырҙы ҡул менән һауа.
Бер тапҡыр Мәсәк ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килгәндә буласаҡ тормош иптәшен – яңы ғына һалдат хеҙмәтен тултырып ауылға ҡайтҡан йәш егет – Хәмзә Мәғәфүр улын осрата. 1960 йылда йәштәр туй яһап, бәләкәс кенә өйҙә тормош көтөп алып китә, уларҙың бар байлығы кейәүҙең еҙ самауыры, һалдат итеге, гимнастеркаһы һәм килендең мамыҡ шәленән торған була. Әммә йәштәрҙе бер ауырлыҡ та өркөтмәй, сөнки йөрәктәрендәге һөйөү тойғоһо, алда көткән киләсәк уларға көс бирә. Үткән йылдар эсендә байтаҡ ҡыйынлыҡтар үткәрергә тура килһә лә, тормошта яҡшыһы күберәк булды, тип иҫәпләйҙәр. Ҙур итеп өй һалып керәләр, Фәнүзә сусҡа фермаһында, Хәмзә малсылыҡта эшләй. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары, ике улдары донъяға килә. Атай-әсәй уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, теләгән һөнәрҙәрен алырға ярҙам итә.
Ғафури исемендәге колхоз тарҡалғас, Фәнүзә Йосопйән ҡыҙына ауыл клубында ла, почтала ла эшләргә тура килә, әммә ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ бурыстарын намыҫлы һәм тырышып башҡара. Алдынғы хеҙмәте өсөн почет грамоталары, рәхмәт хаттары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ Ф. Сәйетова 30 йылдан да артыҡ ауыл хәбәрсеһе булып иҫәпләнә, уның яҙмалары “Беҙҙең Ҡыйғы”, “Әйлестан”, “Йәшлек”, “Өмөт” һәм башҡа гәзит биттәрендә йыш баҫыла. Ул үҙебеҙҙең һәм күрше ауылдарҙың проблемалары хаҡында яҙа, баҫылып сыҡҡан материалдарының геройҙары булып ауыл хужалығы алдынғылары, йәштәр һәм уҡыусылар тора. Фәнүзә Йосопйән ҡыҙы бөгөн дә яратҡан район гәзите менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. 2001 йылда ул, ауыл хәбәрсеһе булараҡ, “Гәзиттең лауреаты” исеменә лайыҡ булған, редакция исеменән Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк алған.
Шуны ла өҫтәп китергә кәрәк, егерме йылдан артыҡ Фәнүзә Йосопйән ҡыҙы оҫтабикә М. Кәримова (элекке Абзай урта мәктәбе уҡытыусыһы) үрнәгендә дин юлын үҙ иткән, Ислам ҡанундарына тоғро булып, ураҙа тота, көнөнә биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмай, доғалар уҡый.
Ф. Сәйетова әле яңғыҙы донъя көтә, тормош иптәше Хәмзә Мәғәмүр улы 52 йыл бергә тормош иткәндән һуң донъялыҡтан китеп барған. Балалары һәм ейәндәре уны үҙ хәстәрҙәренән ҡалдырмай, һәр саҡ ярҙам итеп тора. Бар буш ваҡытын ул ихатаһында үткәрә, өй эргәһе сәскәгә күмелгән, түтәлдәрҙә йәшелсәләр өлгөрә.
Л. Дилмөхәмәтова,
Түбәнге Ҡыйғы ауылы.
Л. Саҙретдинова фотоһы.
Читайте нас: