Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы сикләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй башланы. «Бөгөн һәр кемдең тиерлек смартфоны бар. Күптәр, шул иҫәптән үҫмерҙәр өсөн мобиль ҡулайламаларға бәйлелек ысынлап та проблемаға әүерелде, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Балалар дәрес ваҡытында ла смартфондан айырыла алмай. Ниндәйҙер сикләүҙәр индерергә кәрәк. Ошо йәһәттән төрлө фекерҙәр бар, ләкин факт факт булып ҡала: смартфондар балаларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә, уларға материалды үҙләштерергә ҡамасаулай, уҡыу процесының сифатын түбәнәйтә. Мобиль телефондарҙы бөтөнләй тыйырға ярамай, ләкин аҡыллы сикләүҙәр индерергә мөмкин һәм кәрәк. Депутаттар мәктәптәргә үҙҙәренең кимәлендә белем биреү ойошмаһы эсендә телефон ҡулланыуҙы регламентларға мөмкинлек биргән норматив документ әҙерләй».
Константин Толкачев фекеренсә, мәктәптәр ҙә үҙҙәренең ҡәтғи һүҙен әйтергә тейеш — улар алдында ата-әсәләр комитеты менән ошо мәсьәләне тикшереү һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.