Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2019, 12:54

УРАМ БУЙЛАП РЕГИСТРАТОР АТЛАЙ…

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең иң мөһим сараларының береһе булып район ауылдары йорттары исемлеген төҙөү тора. Йорттарҙың теҙмәһе һәр йорт буйынса унда йәшәүселәр иҫәбенең актуаль базаһын формалаштырыу өсөн талап ителә, был ярашлы кампания барышында халыҡ һанын тулы иҫәпкә алыуға ярҙам итәсәк.

Август айында 11 регистратор эш башланы. Улар өй беренсә йөрөп мәғлүмәттәрҙе аныҡлап сыҡты, ауылдарҙа булған һәр йортто асыҡланы, уларҙың урынлашыуын карта менән сағыштырҙы, урам исеме һәм өй номеры яҙылған аншлагтарҙы барланы.
Регистраторҙарҙың һәр ҡайһыһында иҫәп алыу логотибы менән сумка, маршрут ҡағыҙы, фамилияһы, исеме, атаһының исеме яҙылған махсус танытма булырға тейеш, танытма паспорт менән бергә булғанда ғына үҙ көсөндә. Һәр регистраторға 600–670 йорт беркетелгән.
Артабан, йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә, территорияларҙы хисап һәм иҫәп алыу участкаларына бүлеүҙе, күпме хеҙмәткәр йәлеп итергә кәрәклеген күҙ уңында тотҡан Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу планы төҙөлә башлаясаҡ.
Бар район халҡынан регистраторҙарҙың эшенә ярҙам итеүҙәре һәм тейешле мәғлүмәттәрҙе биреүҙәре һорала.
Әлеге көндә районда иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса вәкил һәм инструктор эшләй. Килеп тыуған һорауҙарығыҙ менән Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 16 йорт адресы буйынса, йәки 8 (34748) 3-01-10 телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Ю. Ғиззәтуллин үҙ бурыстарын уңышлы башҡара.

Д. Ибәтуллина, Ҡыйғы районында халыҡ иҫәбен алыу мәсьәләләре буйынса вәкил.
Читайте нас: